Ежов Николай Иванович
From Wikipedia, the free encyclopedia
Ежов Николай Иванович (1 май 1895 йыл— 4 февраль 1940 йыл) — совет партия һәм дәүләт эшмәкәре, дәүләт именлеге генераль комиссары (1937 йылдың 28 ғинуарынан[5], 1941 йылдың 24 ғинуарында званиеһынан мәхрүм ителә[6]). ВКП(б)-ның Үҙәк Комитеты ҡарамағындағы Партия контроле комиссияһы рәйесе (1935—1939),ВКП(б)-ның Ойоштороу бюроһы ағзаһы (1934—1939), ВКП(б)-ның Үҙәк Комитеты секретары (1935—1939), ВКП(б)-ның Үҙәк Комитеты Политбюроһы ағзалығына кандидат (1937—1939). СССР-ҙың эске эштәр наркомы (1936—1938), СССР Һыу транспорты халыҡ комиссары (1938—1939[7].
Сталин етәкселегендә Эске эштәр халыҡ комиссары вазифаһында эшләгән Ежов 1937—1938 йылдарҙағыОло террор термины аҫтында билдәле булған массауи репрессияларҙың төп ойоштороусыларының береһе була. 1937 йыл үҙенең бөтә дауамында Ежов етәкселегендә үткәрелгән репрессияларының символик тамғаланышы булып ҡала, осорҙоң үҙе инде ежовщина исемен ала, сөнки ошо осорға совет ваҡыты репрессиялар пигы тура кила. 1939 йылда Ежов ҡулға алына, ә бер йыл үткәндән һуң советтарға ҡаршы дәүләт түңкәрелеш әҙерләүҙә ғәйепләнеп, атып үлтерелә.