Еңеү көнө
1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Ҡыҙыл Армияның һәм совет халҡының нацист Германияһын еңеү байрамы / From Wikipedia, the free encyclopedia
Еңеү көнө — 1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Ҡыҙыл Армияның һәм совет халҡының нацистик Германияны еңеү байрамы. СССР Юғары Советы Президиумының 1945 йылдың 8 майындағы Указына ярашлы[1], һәр йыл 9 майҙа билдәләнә.
Был терминдың башҡа мәғәнәләре лә бар, ҡарағыҙ: Еңеү көнө (мәғәнәләр).
Ҡыҫҡа факттар Еңеү көнө ...
Еңеү көнө | |
---|---|
Бөйөк Еңеүҙең 60 йыллығы уңайынан 2005 йылда Мәскәүҙә байрам салюты | |
Төрө | Дәүләт |
Рәсми | Еңеү көнө |
Раҫланған | СССР Юғары Советы Президиумының 1945 йылдың 8 майындағы Указы менән Бөйөк Ватан һуғышында совет халҡының еңеүе хөрмәтенә |
Башланған ваҡыты | Рәсәйҙә, Әрмәнстанда, Белоруссияла, Грузияла, Үзбәкстанда, Ҡаҙағстанда, Ҡырғыҙстанда, Молдавияла, Тажикстанда, Төркмәнстанда, Әзербайжанда — ял көнө,
шулай уҡ бер нисә танылмаған һәм өлөшләтә танылған дәүләттәрҙә
|
Көнө | 9 май |
Байрам итеү | парад, матәм, сәскәләр һалыу |
Арналған | Бөйөк Ватан һуғышы |
Ябырға
Еңеү көнөндә Билдәһеҙ һалдат ҡәберенә (Мәскәү) сәскәләр һалына, баш ҡалала, герой ҡалаларҙа парад, байрам салюты ойошторола.