Империя
монархик йә колониаль дәүләт / From Wikipedia, the free encyclopedia
Импе́рия (лат. imperium — власть) — башында император торған монархик йә колониаль дәүләт, йә халыҡ-ара әһәмиәткә эйә булған, эске һәм тышҡы сәйәсәтендә хәрби сословиеларға (армияға) таянған һәм хәрби сословиелар мәнфәғәтендә эш иткән держава. Ҡағиҙә булараҡ, империя төрлө халыҡтарҙы һәм территорияларҙы берҙәм сәйәси үҙәкле берҙәм дәүләткә берләштерә. Төбәктә, хатта донъяла һиҙелерлек роль уйнай. Иң билдәле империялар — Рим, Изге Римс, Монгол, Ғосман, Рәсәй һәм Британ империялары. Хәҙерге заманда тик япон монархы ғына император титулын йөрөтә, ләкин был нигеҙҙә генә Японияны империя тип атап булмай, сөнки был илдең үҙатамаһы Япон дәүләте тип тәржемә ителә, ә Япон империяһы түгел, шулай уҡ Конституция буйынса япон императоры дәүләттең һәм халыҡтың берҙәмлеге символы ғына булып тора.
Империя | |
Тасуирлау биттәре | whosonfirst.org/docs/pla… |
---|---|
Империя Викимилектә |
Даль һүҙлегендә империя «саны буйынса сикһеҙ, иң юғары торған император санын йөрөткән хакимлы дәүләт» тип билдәләнә[1].