Кеплер (телескоп)
From Wikipedia, the free encyclopedia
«Ке́плер» — НАСА йыһан обсерваторияһында үтә һиҙгер фотометрлы орбиталь телескоп. Ергә оҡшаш экзопланеталарҙы (Ҡояш системаһынан ситтәге планеталарҙы — башҡа йондоҙҙарҙы) эҙләү маҡсаты өсөн махсус төҙөлгән беренсе йыһан аппараты. Планеталарҙың хәрәкәт закондарын асҡан немец математигы һәм астрономы Иоганн Кеплер хөрмәтенә атала. Обсерватория бер үк ваҡытта 100 меңдән ашыу йондоҙҙарҙы күҙәтә ала. Йондоҙ тирәләй планетаның булыуы уның сағыулығының периодик үҙгәреүе буйынса билдәләнә.[7]
«Кеплер» 2009 йылдың 6 мартында АҠШ-тың Көнсығыш яр буйы ваҡыты менән 22:49 сәғәттә (7 март Мәскәү ваҡыты менән 06:49 сәғәттә) ебәрелә. Төҙөлөш һәм сафҡа индереү менән НАСА-ның «Лаборатория реактивного движения» ғилми тикшернеү үҙәге идара итә, «Кеплер»ҙың осоу системаларын эшләү өсөн беренсел подрядсы «Ball Aerospace» яуаплы була. 2009 йылдың декабренән миссия менән идара итеү өсөн яуаплылыҡ Эймс ғилми-тикшеренеү үҙәгенә йөкмәтелә, ул шулай уҡ телескоптың фәнни мәғлүмәттәренә күпләп анализ үткәрә.
Төп программа 3,5 йылға иҫәпләнә. 2013 йылдың 12 майында Кеплер телескобы сафтан сыға; орбита обсерваторияһы боҙола, ә борт компьютеры «йоҡо режимына» күсә. Маховиктарҙың сафтан сығыуынан һуң аппараттың теүәл ориентацияһы мөмкин булмаһа ла, мәғлүмәттәрҙе анализлау бер нисә йыл дауам итә.
Ер ҙурлығындағы планеталар һәм унан да бәләкәйерәктәрҙе асыу кеүек мөһим һәм хатта сенсацион асыштар яһала. Кеплер 530 506 йондоҙҙо күҙәтә һәм 2023 йылдың 16 июненә төрлө тикшеренеүселәр төркөмө раҫлаған 2778 планета таба.[8]