Копан
Гондурастағы археологик ҡаласыҡ / From Wikipedia, the free encyclopedia
Копан (исп. Copán) — Гондурас территорияһында ҙур археологик ҡаласыҡтарҙың береһе (ҡаласыҡтың һәм уның тирә-яғының боронғо исеме — Хушвинтик). Гондурастың көнбайышында, шул уҡ исемле йылға үҙәненең үҙәк өлөшөндә, шул уҡ исемле ҡаланан бер саҡрым һәм Гватемала сигенән бер нисә саҡрым алыҫлыҡта ята. Беҙҙең эраға тиклем беренсе быуаттарҙа уҡ булған, ныҡ үҫешкән осоронда (беҙҙең эраға тиклем VII—VIII быуаттар) Шукуул батшалығының — хәҙерге көньяҡ-көнсығыш Гватемаланың һәм көньяҡ-көнбайыш Гондурастың территорияларын үҙ эсенә алған боронғо майяларҙың үҙаллы дәүләте үҙәге булған. Копандың бөлгөнлөккә төшөүе, күрәһең, IX быуатта майя дәүләттәренең дөйөм көрсөгө менән бәйле.
Ҡыҫҡа факттар Культура, Дәүләт ...
Копан | |
исп. Copán | |
Культура | Майя |
---|---|
Дәүләт | Гондурас |
Административ үҙәге | Шукуупское царство[d] |
Административ-территориаль берәмек | Copán Ruinas[d] |
Туғандаш ҡала | Куско[d] |
Мираҫ статусы | Бөтә донъя мираҫы[1] |
Майҙан | 15,095 гектар |
Бөтә донъя мәҙәни мираҫы исемлегенә индереү критерийы | (iv)[d][1] һәм (vi)[d][1] |
Копан Викимилектә |
Ябырға