Крикет
From Wikipedia, the free encyclopedia
Крикет (ингл. cricket) — командалар уйнай торған спорт төрө, туп һәм таяҡ ҡулланыла. XVI быуатта Англияның көньяғында барлыҡҡа килә. XVII быуаттың аҙаҡтарында милли спорт уйындарының береһенә әйләнә. Британия империяһының экспанцияһы уйынды бөтә донъяға таратырға ярҙам итә. Беренсе тапҡыр йыйылма командалар араһында тест уйындары XIX быуат уртаһында үткәрелә. Крикет уйынында ике команда ҡатнаша, һәр командала ун берәр кеше. Уйын эллипс формаһындағы үләнле яланда үтә. Яландың уртаһында тура мөйөшлө ер майҙансығы — питч урынлашҡан. Питчтың буйы 22 ярд йә 22 метрҙан әҙ генә күберәк, киңлеге — 10 фут йә 3 метр. Питчтың ике осонда ағас ҡапҡалар тора. Уйын зонаһы пичтың ике осонда яландан һыҙыҡтар менән бүленгән, улар кризам тип атала.
Командалар яланда уйнайҙар һәм тупты сиратлап һуғалар, мөмкин тиклем күберәк мәрәй йыйырға тейештәр, шул уҡ ваҡытта ҡаршы яҡҡа мәрәй йыйырға ҡамасауларға тейештәр. Крикетта ике төп амплуа бар: боулер (ингл. bowler) — туп ырғытыусы, бэтсмен (ингл. batsman) — тупты таяҡ менән һуғыусы. Яланда уйнаусы спортсылар бөтә яланға таралған, ә ярышыусылар ике бэтсмен менән генә уйнайҙар.