Отунбаева Роза Исаковна
From Wikipedia, the free encyclopedia
Отунбаева Роза Исаковна (23 август 1950 йыл[3]) — Ҡырғыҙстан Республикаһының элекке президенты. Ҡырғыҙстан сәйәсмәне һәм дипломаты, оппозицияла торған Ҡырғыҙстан социаль-демократик партияһының парламент фракцияһы рәйесе.
Отунбаева Роза Исаковна | |
ҡырғ. Роза Исаковна Отунбаева | |
Зат | ҡатын-ҡыҙ |
---|---|
Гражданлыҡ | СССР |
Тыуған ваҡыттағы исеме | ҡырғ. Роза Исаковна Отунбаева |
Тыуған көнө | 23 август 1950({{padleft:1950|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:23|2|0}})[1][2] (73 йәш) |
Тыуған урыны | Бишкәк, Ҡырғыҙ Совет Социалистик Республикаһы, СССР |
Туған тел | Ҡырғыҙ теле |
Һөнәр төрө | сәйәсмән, дипломат |
Эш урыны | Ҡырғыҙ милли университеты[d] |
Биләгән вазифаһы | Президент Киргизской Республики[d], министр иностранных дел Киргизии[d], министр иностранных дел Киргизии[d], министр иностранных дел Киргизии[d], ambassador of Kyrgyzstan to the United Kingdom[d] һәм Президент Киргизской Республики[d] |
Уҡыу йорто | М. В. Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университеты |
Сәйәси фирҡә ағзаһы | Ҡырғыҙстан социаль-демократик партияһы[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре | |
Отунбаева Роза Исаковна Викимилектә |
Фетнә һөҙөмтәһендә, 2010 йылдың 7 апрелендә Ҡырғыҙстан ваҡытлы хөкүмәте башлығы була. 2010 йылдың 19 майында Ҡырғыҙстан ваҡытлы хөкүмәте декретына ярашлы, Ҡырғыҙстандың күсәгилешле осоро президенты итеп иғлан ителә. Ошо декрет буйынса Ҡырғыҙстандың күсәгилешле осоро президенты мөҙҙәте 2011 йылдың 31 декабренә тиклем билдәләнгән. Коституцияның яңы тексын ҡабул итеү буйынса 2010 йылдың 27 июлендәге рефрендум уны Ҡырғыҙстан Республикаһы президенты булараҡ раҫлай. Ҡырғыҙстандың тәүге ҡатын-ҡыҙ президент һәм БДБ дәүләттәре араһында президент вазифаһын биләгән беренсе ҡатын-ҡыҙ. Иң яңы тарихта башлыса мосолман халҡы булған илдәр араһында икенсе ҡатын-ҡыҙ президент (беренсеһе Мегавати Сукарнопутри, 2001—2004 йылдарҙа Индонезия президенты). Президент вазифаһын 2011 йылдың 1 декабрендә Алмазбек Атамбаев власҡа килгәнгә тиклем биләй.