Семиттар
From Wikipedia, the free encyclopedia
Семиттар — немец ғалимдары А. Л. Шлёцер һәм И. Г. Эйхгорн тарафынан 1780-се йылдарҙа фәнгә айырым телдәр ғаиләһенә ҡараған, дөйөм йәшәү төбәге, уртаҡ культ һыҙаттары, матди мәҙәниәт менән көндәлек тормоштары оҡшаш булған боронғо халыҡтарҙы билдәләү өсөн индерелгән термин. Иҫке Ғәһедтән алынған, унда Яҡын Көнсығыштың ҡайһы бер халыҡтары «Шем балалары» (Шма, Сим улдары) тигән дөйөм исем аҫтында берләштерелә.
Семиттар | |
Кем хөрмәтенә аталған | Шем[d][1] |
---|---|
Семиттар Викимилектә |
Хәҙерге фәндә «Семит» термины ҡулланылған осраҡтар:
1.Протосемит телендә һөйләшкән реконструкцияланған этник берләшмәгә ҡарата. Прасемит тел — Көнбайыш Азияла бер нисә дәүләт булдырған күп халыҡ телдәренә башланғыс биргән тел (протосемит, протосемиттар);
2.Семит телдәре ғаиләһенә ингән телдәрҙә һөйләшкән боронғо һәм хәҙерге заман халыҡтарына ҡарата.
Хәҙерге семит халыҡтарына ғәрәптәр, йәһүдтәр, мальта, ливан, ассирийҙар, Көньяҡ Ғәрәбстанда көньяҡ семиттарҙың көньяҡ төркөмсәһенең боронғо вәкилдәре (Махри, Шаһри, Сокотри һ. б.), амхара, тигри, тиграи һәм Эфиопияның башҡа этник төркөмдәре инә [2].