Тыныслыҡ
From Wikipedia, the free encyclopedia
Тыныслыҡ — ил, дәүләт тарихындағы төрлө хәрби хәрәкәт, һуғыш мәшәҡәттәре булмаған, тауышһыҙ, шау-шыуһыҙ осор. Тыныслыҡ халыҡтар именлеге мәнфәғәтендәге һуғышһыҙ тышҡы сәйәсәткә, солох килешеүенә һәм башҡа документтарға нигеҙләнә. Һуғыш башланғас тыныслыҡ боҙола. Ижтимағи һәм шәхси хәүефһеҙлекһеҙ тыныслыҡ булмай.
Ҡыҫҡа факттар Һештег, Ҡапма-ҡаршыһы ...
Тыныслыҡ | |
Һештег | peace һәм мир |
---|---|
Ҡапма-ҡаршыһы | Һуғыш |
Тыныслыҡ Викимилектә |
Ябырға
Р. Джексон билдәләүенсә[1], 1945 йылдан алып планетала барлығы 26 тыныс көн булған. Тыныс йәмғиәт булдырыу — әлеге ваҡытта дөйөм кешелек проблемаһы. Ҙур халыҡ-ара сәйәси һәм тематик ойошмалар мәсьәләне хәл итеү буйынса эш алып бара[2], мәҫәлән, Бөтә донъя тыныслыҡ советы.