Төркиә тарихы
Төрөк Тарихында Дәүләттәр / From Wikipedia, the free encyclopedia
Кесе Азия әле булһа тикшерелеп бөтмәгән бик күп боронғо мәҙәниәттәрҙең бишеге булған. «Уңдырышлы ярым ай» тип аталған төбәк өлөшләтә бөгөнгө Төркиә ерендә ята. Заманында унда кешелек йыйнаусылыҡтан культуралы ер эшкәртеүгә күсә.
Ул осорҙа бында төрөктәр булмай. Тәүге төрөк династияһы сәлжүктәрҙең ғәскәрҙәре б. э. XI быуатында Әрмән таулығының ҡайһы бер өлөштәрен баҫып ала, артабан Византия империяһының һәм Әрмәнстандың ҙур өлөшөн буйһондора.