Феминизм
From Wikipedia, the free encyclopedia
Фемини́зм (лат. femina, «ҡатын-ҡыҙ») — ҡатын-ҡыҙҙарға ирҙәр менән бер тиң хоҡуҡ биреүҙе талап иткән ижтимағи-сәйәси хәрәкәт: һайлау хоҡуғы, дәүләт органдарында вазифа биләү, хеҙмәткә хоҡуҡ һәм хеҙмәт өсөн тигеҙ түләү, милеккә хоҡуҡ, белем алыу хоҡуғы, килешеүҙәр төҙөүҙә ҡатнашыу хоҡуғы, никахта тигеҙ хоҡуҡҡа эйә булыу, ауырлы булғанда һәм бала тапҡандан һуң түләүле отпускыға хоҡуҡ, тән автономияһы хоҡуғы (үҙ тәнеңә үҙең хужа) һәм көсләүҙән һаҡлау (ҡатындарҙы һәм ҡыҙҙарҙы көсләүҙән, енси эҙәрлекләү һәм өйҙә көс ҡулланыуҙан яҡлау) хоҡуғы[1].
Киң мәғәнәлә — барлыҡ даирәләрҙә лә ҡатын-ҡыҙҙарға ирҙәр менән тиң хоҡуҡ талап итеү. Тар мәғәнәлә — ҡатын-ҡыҙҙар хоҡуҡтарын дискриминациялауҙы бөтөрөү һәм ирҙәр менән тиң хоҡуҡлы итеү. Беренсе сиратта феминизм ҡатын-ҡыҙ мәсьәләләрен анализлай, әммә феминизм заттарҙың тигеҙлеге өсөн көрәшә һәм ҡайһы бер феминисткалар ирҙәр хоҡуғы өсөн дә көрәшергә кәрәк тип иҫәпләй.[2][3]. Был хәрәкәт XVIII быуатта барлыҡҡа килә. 1960 йылдарҙа киң танылыу ала.
Феминизм өсөн теорияны Көнбайыштың ошо интелектуаль ағымдары әҙерләне: либераль философия һәм хоҡуҡ теорияһы (Локк, Руссо, Миль һ.б.); социализм теорияһы, (Зигмунд Фрейд, Вильгельм Райх, Маргарет Мид;Франкфурт мәктәбе философтары: Герберт Маркузе һәм Теодор Адорно]). Бынан тыш феминизм идеологияһына йәштәр хәрәкәте, ҡара тәнлеләрҙең граждандар хоҡуҡтары өсөн көрәше, контркультура, сексуаль революция ҙур йоғонто яһай. Беренсе феминистик әҙәбиәт АҠШ-та барлыҡҡа килә, һуңыраҡ Бөйөк Британия һәм Францияла. Тәүҙә публицистик һәм сәйәси әҙәбиәт булдырыла, һуңынан «ҡатын-ҡыҙҙар» проблемаһы антропология, этнология, социология, психология, философия, политология кеүек академик тикшеренеүҙәр даирәһе булып китә.