Шапошников Борис Михайлович
From Wikipedia, the free encyclopedia
Шапошников Борис Михайлович (2 октябрь 1882 йыл — 26 март 1945 йыл) — Рәсәй империяһы һәм совет хәрби начальнигы, дәүләт эшмәкәре, хәрби теоретик. Беренсе донъя, Граждандар һәм Бөйөк Ватан һуғыштарында ҡатнашыусы. Профессор (1935). Советтар Союзы Маршалы (1940).
Б. М. Шапошников СССР-ҙың Ҡораллы Көстәрен төҙөү теорияһына һәм практикаһына, уларҙы нығытыу һәм камиилаштырыуға, хәрби кадрҙар әҙерләүгә ҙур өлөш индерә. Ул хәрби фәнде үҫтереү, Беренсе донъя]] һәм Граждандар һуғышы тәжрибәһен дөйөмләштереү өҫтөндә күп һәм уңышлы эшләй. СССР хәрби доктринаһының төп ҡәғиҙәләрен сағылдырған уставтарҙы эшләү комиссияһында ҡатнаша. Иң билдәле «Армия мейеһе» хеҙмәтендә ул буласаҡ һуғыштың характеры тураһында төп ҡағиҙәләрҙе билдәләй, һуғышта армия менән етәкселек итеүҙәге үҙенсәлектәрен тәрән асып һала һәм Ҡораллы көстәр менән идара итеүҙә Юғары башкомандование органы булараҡ, Генераль штабтың роле, функцияһы һәм структураһы тураһында аныҡ күрһәтмә бирә. Уның һығымталарының дөрөҫлөгөн Бөйөк Ватан һуғышы раҫлай. Б. М. Шапошников хәрби тарихта оператив-стратегик мәсьәләләрҙе яҡшы белгән күренекле хәрби теоретик, талантлы практик кеүек билдәләнә. Әммә «Армия мейеһе» тигән атаманы Шапошников XIX быуат башындағы— XX быуат аҙағындағы инглиз журналисы һәм хәрби теоретик Спенсер Уилкинсондан үҙләштерә[5].
И. В. Сталиндың ҙур ихтирамы менән файҙалана. Борис Михайловичҡа Сталин башҡаларға өндәшкән кеүек «иптәш Шапошников» тип түгел, ә исеме һәм атаһының исеме менән өндәшә. 1930 йылдар аҙағынан алып ул И. В. Сталиндың хәрби мәсьәләләр буйынса баш кәңәшселәренең береһе була.
Бөйөк Ватан һуғышының беренсе этабында (1941 июленән алып 1942 майына тиклем) эшсе-крәҫтиән Ҡыҙыл армияһының Генераль штабы начальнигы, Юғары Башкомандование Ставкаһының ағзаһы (1941 йылдың июленән 1945 йылдың февраленә тиклем).
Бөйөк Ватан һуғышы барышында СССР Ҡораллы Көстәр сафынан сығарылған (ауырыуҙан һуң үлем сәбәбле) берҙән-бер Советтар Союзы Маршалы.