Эстония географияһы
From Wikipedia, the free encyclopedia
Эсто́ния — Төньяҡ Европала, Балтик диңгеҙенең төньяҡ-көнсығыш ярында урынлашҡан дәүләт. Төньяғынан — Фин ҡултығы, көнбайыштан Балтик диңгеҙе һәм Рига ҡултығы һыуҙары йыуа.
Эстонияның майҙаны — 45 226 квадрат километр.
Сиктәренең дөйөм оҙонлоғо — 1633 км. Латвия менән сик оҙонлоғо — 339 км, Рәсәй менән — 294 км.
Яр һыҙығының оҙонлоғо — 3794 км.
Эстония составына Балтик диңгеҙе акваторияһындағы 4,2 мең квадрат километр дөйөм майҙанлы 1521 утрау инә. Иң эреләре — Сааремаа һәм Хийумаа, йәнә Моондсуу архипелагына ҡараған Муху, Вормси, Кихну һәм башҡалар. Майҙаны ҙур булыуға ҡарамаҫтан, ил халҡының 5 проценты ғына утрауҙарҙа йәшәй. Эстония йылғалары ҙур түгел, әммә ярайһы уҡ тулы һыулы.
Ер өҫтө уйһыу убалы һәм һаҙлыҡлы.
Иң юғары нөктәһе — Суур-Мунамяги (Suur-Munamägi) тауы, 318 м.