Ҡырым тарихы
From Wikipedia, the free encyclopedia
Ҡырым ярымутрауы географик урыны һәм уңай тәбиғәт шарттары менән антик дәүерҙән үк әһәмиәтле диңгеҙ юлдары сатына әүерелә.
Шул замандан ярымутрауға уның көньяғында йәшәгән тавр ҡәбиләләре исеменән алынған Таврика тигән атама йәбешеп ҡала. «Ҡырым» тигән хәҙерге атамаһы XIII быуатта нығына, ул, моғайын, «Ҡырым» тигән ҡала исеменән алынғандыр. Төньяҡ Ҡара диңгеҙ буйын монголдар баҫып алғас, был ҡала Алтын Урҙа ханының урындағы идарасыһының баш ҡалаһына әйләнә. «Ҡырым» атамаһының урыҫса Перекоп муйыны («перекоп» — «qirim» тигән төрки һүҙенең урыҫсаһы; башҡ. «ур, соҡор») атамаһынан килеп сығыуы ла ихтимал. XV быуаттан Ҡырым ярымутрауын —Таврия, ә 1783 йылда Рәсәйгә ҡушылғандан һуң Таврида тип йөрөтәләр. Төньяҡ Ҡара диңгеҙ буйы ла шулай тип атала[1].
Ҡырым ерендә тәүге кешеләр йөҙ мең йылдар элек барлыҡҡа килә. Ҡыҫҡа йылы ҡыш һәм ҡояшлы оҙон йәй, бай үҫемлектәр һәм хайуандар донъяһы һунар итеү, умартасылыҡ, балыҡсылыҡ, малсылыҡ, баҫыусылыҡ менән шөғөлләнергә киң мөмкинлектәр биргән. Ярымутрауҙағы бай тимер рудаһы ятҡылыҡтары төрлө һөнәрҙәрҙе, металлургияны, тау эшен үҫтерткән. Төрлө тарихи дәүерҙәрҙә Ҡырымда таврҙар, киммерҙар, скифтар, гректар, сарматтар, римдар, готтар, һундар, аварҙар, болгарҙар, хазарҙар, славяндар, бәшнәктәр, ҡыпсаҡтар, ҡараимдар, монголдар, ҡырым татарҙары, итальяндар, төрөктәр йәшәгән[1].
XV быуат аҙағынан диңгеҙ буйы ҡалалары һәм таулы төбәге Ғосман империяһы составына инә. Ҡалған территория Ғосман империяһының вассалы Ҡырым ханлығыныҡы була. 1768—1774 йылдарҙағы урыҫ-төрөк һуғышы һөҙөмтәһендә Ҡырым ғосмандар хакимлығынан ҡотола. 1774 йылғы Көсөк-Ҡайнаржа солох килешеүенә ярашлы ғосмандар ярымутрауға дәғүә итеүҙән бөтөнләй баш тарта.
1783 йылда Ҡырым ярымутрауы Рәсәй империяһына ҡушыла. Рәсәйҙәге Граждандар һуғышы (1917—1922) осоронда Ҡырым ярымутрауы Аҡтар хәрәкәтенең һуңғы терәге була. Совет осоронда Ҡырым РСФСР составында була, ә 1954 йылда совет етәкселеге ҡарары менән Украин ССР-ына тапшырыла. 1992 йылдан Украина составында була. 2014 йылдың мартында Ҡырым Рәсәй Федерацияһы составына инә, ләкин Украина һәм БМО ағзаһы булған илдәрҙең күпселеге тарафынан танылмай.