Алжирҙа шарап етештереү
From Wikipedia, the free encyclopedia
Алжи́рҙа шарап етештереү Антиклыҡҡа — атап әйткәндә, Карфаген һәм Боронғо Рим хакимлығы осорона барып тоташа. ХХ быуаттың беренсе яртыһында виноград ағасы биләгән майҙан 396 000 гектарға, ә йыллыҡ шарап етештереү 18 000 000 гектолитрға етә, һәм был осор Француз Алжиры дәүерендә илдә шарапты иң күп эшләгән мәл тип иҫәпләнелә. Икенсе донъя һуғышынан һуңғы йылдарҙа Алжир шарабы хаҡы дөйөм донъя хаҡтарынан юғарыраҡ була, әммә шуға ҡарамаҫтан, ул Франция колониаль биләмәләренән сыҡҡан импорттың 22 процентын ғына тәшкил итә. 1962 йылда Алжир, бойондороҡһоҙлоҡ алып, шарап һатыуҙағы төп баҙарҙы юғалтҡандан һуң шарап етештереү ҡырҡа кәмей, ләкин ил элеккесә шарап етештереү буйынса икенсе һәм Африка континентының бөтә илдәре араһында шарап экспортлау буйынса бишенсе урынды биләй.
Алжирҙа шарап етештереү | |
Дәүләт | Алжир |
---|---|
Алжирҙа шарап етештереү Викимилектә |