Ауыл хужалығы
From Wikipedia, the free encyclopedia
Ауыл хужалығы — халыҡты аҙыҡ-түлек һәм ҡайһы бер сәнәғәт тармағын сеймал менән тәьмин итеүсе халыҡ хужалығы тармағы. Ауыл хужалығы барлыҡ илдәрҙең иҡтисадында мөһим урын алып тора. Ер шарында ауыл хужалығы менән 1,1 млрд кеше шөғөлләнә.
Ауыл хужалығы | |
Алдағы | собирательство[d] |
---|---|
Башланыу датаһы | 8 б.э.т. мең йыллыҡ[1] |
Ҡайҙа өйрәнелә | агрономия |
Святой покровитель | Исидор Мадридский[d] |
Вики-проект | Проект:Сельское хозяйство[d] |
CIP коды | 01.0000, 01.00 һәм 01 |
Код NCI Thesaurus | C16270 |
Был датанан һуңыраҡ | 15 б.э.т. мең йыллыҡ |
Ауыл хужалығы Викимилектә |
Был тармаҡ торошо дәүләттең аҙыҡ-түлек именлегенә ныҡлы йоғонто яһай. Ауыл хужалығы проблемалары менән агрономия, малсылыҡ, мелиорация, үҫемлекселек, урмансылыҡ һәм башҡа тағы ла ҡайһы бер фән өлкәләре туранан-тура йәки ситләтелгән рәүештә бәйле.
Ауыл хужалығының барлыҡҡа килеүе етештереү сараларында бынан 12 мең йыл элек башланған һәм «Неолит революцияһы» тип аталған үҙгәрештәр сәбәпсе була. Улар һөҙөмтәһендә йәшәү өсөн төп сығанаҡ булып үҙендә үҫтерелгән культуралы үҫемлектәр һәм мал-тыуар булған етештереүсе хужалыҡ барлыҡҡа килә, ә уныһы инде үҙ сиратында цивилизацияның артабанғы үҫешен тәьмин итә.
Ауыл хужалығы продукцияһын етештереүҙә һәм уны ҡулланыуҙа Америка Ҡушма Штаттары һәм Европа берлегендә ағза булған илдәр алдынғылыҡты алып тора[2].