Афғанстанда һуғыш (2001—2021)
From Wikipedia, the free encyclopedia
''Ҡыя яҙылыш''Афғанстандағы һуғыш (2001 йылдан 2021 йылға тиклем) — Тәүҙә Төньяҡ альянс, аҙаҡ Афғанстандың яңы хөкүмәте яҡлы булған Халыҡ-ара хәүефһеҙлеккә булышлыҡ итеү көстәре (ISAF) һәм быға тиклем Афғанстандың күпселек өлөшөн контролдә тотҡан «Талибан» ислам ойошмаһы араһындағы асимметрик хәрби конфликт; Афғанстанда 1978 йылдан алып дауам иткән граждандар һуғышы этаптарының береһе.
АҠШ-тың Афғанстанға баҫып инеүе | |||||
Төп конфликт: терроризмға ҡаршы һуғыш, «Несокрушимая свобода» операцияһы | |||||
| |||||
Дата |
7 октябрь 2001 — 31 август 2021 (беренсе этап — 28 декабрь 2014)[1] | ||||
---|---|---|---|---|---|
Урыны | |||||
Сәбәбе |
| ||||
Нәтижә |
Талибандың еңеүе | ||||
Үҙгәрештәр |
| ||||
Ҡаршы тороусылар | |||||
| |||||
Ҡаршы тороусы көстәр | |||||
| |||||
Юғалтыуҙар | |||||
| |||||
Дөйөм юғалтыуҙар | |||||
| |||||
| |||||
Афғанстанда һуғыш Викимилектә | |||||
АҠШ Афғанстанда 2001 йылдың 11 сентябрендәге терактҡа яуап итеп башланған «Ҡаҡшамаҫ азатлыҡ» операцияһы (операции «Несокрушимая свобода») сиктәрендә һуғыша. Халыҡ-ара хәүефһеҙлеккә ярҙам итеү көстәре (ISAF) Афғанстанда Берләшкән Милләттәр Ойошмаһының Именлек Советының 2001 йылдың 20 декабрендәге 1386-сы һанлы[33] резолюцияһына ярашлы эш итә. Америка тарихында был иң оҙаҡҡа һуҙылған һуғыш[34].
2011 йылдың июленән коалиция ғәскәрҙәре Афғанстандан яйлап сығарыла башлай[35]. 2013 йылдың июлендә илдә именлекте тәьмин итеү урындағы көс структураларына тапшырыла (ошо мәлдән алып коалиция контингенты тик ярҙамсы роль уйнай)[36][37].
2015 йылдың башынан һуғышты АҠШ-тың махсус тәғәйенләнештәге частары («Азатлыҡ һаҡсыһы» операцияһы («Страж свободы»)) һәм Афғанстандың именлек көстәре НАТО илдәре кәңәшселәре («Ныҡлы ярҙам» операцияһы («Решительная поддержка»)) ярҙамында алып бара.
Көнбайыш альянс ғәскәрҙәрен ашығыс рәүештә сығарыу талибтарҙың экспансияһы шарттарында 2021 йылдың 31 авгусына ҡарай төндә тамамлана.