Байкал ҡурсаулығы
From Wikipedia, the free encyclopedia
Байкал дәүләт тәбиғи биосфера ҡурсаулығы (рус. Байка́льский госуда́рственный приро́дный биосфе́рный запове́дник) РСФСР Министрҙар Советының 1969 йылдың 26 сентябрендәге 571-се указы менән Бүрәт АССР-ы Министрҙар Советының 1968 йылдың 31 декабрендәге 461-се ҡарары нигеҙендә булдырыла.
Байкал дәүләт тәбиғи биосфера ҡурсаулығы | |
---|---|
Категория МСОП — Ia (Ҡәтғи тәбиғи резерват) | |
Төп мәғлүмәт | |
Майҙаны | 165 724 га |
Уртаса бейеклеге | 1450 м |
Нигеҙләнгән ваҡыты | 1969 йыл |
Урынлашыуы | |
51°20′36″ с. ш. 105°09′27″ в. д.HGЯO | |
РФ субъекты | Бүрәт Республикаһы |
Яҡындағы ҡала | Бабушкин, Байкальск |
baikalzapovednik.ru | |
Байкал ҡурсаулығы Викимилектә |
Ҡурсаулыҡ булдырылыр алдынан ғалимдарҙың һәм йәмәғәт эшмәкәрҙәренең фекер алышыуы була. 1958 йылдың авгусында Иркутск конференцияһында Байкал күлендә тәбиғәт ҡурсаулығы режимын булдырыу кәрәклеге билдәләнә. Һуңынан ҡурсаулыҡ эше белгестәре төркөмө матбуғатта Байкалда һәм уның бассейнында ҡайһы бер ҡурсаулыҡ биләмәләрен булдырыу кәрәклеге тураһында асыҡ хат менән сығыш яһай. Конференцияла ҡатнашыусылар күл ярының 15 километрлыҡ зонаһын ҡурсаулыҡ тип иғлан итергә тәҡдим итә. 1961 йылда О. К. Гусев һәм А. А. Насимович Байкал күлендә милли парк ойоштороу идеяһын тәҡдим итә[1]. 1965 йылдан алып И. П. Герасимов һәм А. А. Трофимук Байкал күленең бер өлөшөн айырым һыу, ер һәм урман режимлы дәүләт биләмәләре тип таныу кәрәклеге тураһында фекерҙәрен әйтәләр. Әммә ҡурсаулыҡ төҙөүҙә асыҡ ғәмәли маҡсат — таҙа һыу менән юғары технологиялы химик производстволарҙы тәьмин итеү — ҡуйыла. Ә «тәбиғи комплекстар — Байкал бассейнында урынлашҡан ландшафттар, Байкалдың үҙе кеүек үк, Байкал һыуының күләмен һәм үҙенсәлектәрен өҙлөкһөҙ тулыландырыуҙы тәьмин иткән ҡатмарлы һәм нескә системалар булып тора»[2].
Үҙәк усадьбаһы Бүрәт Республикаһының Ҡабан районы Танхой ҡасабаһында урынлашҡан.