Бангалор
From Wikipedia, the free encyclopedia
Бангалор, шулай уҡ Бенгалуру (канн. ಬೆಂಗಳೂರು, ['beŋgəɭuːru] (i), ингл: [ˈbæŋgəloːɾ] (i)) — Һиндостандың көньяғындағы эре ҡала һәм административ үҙәк, Декан яҫы таулығында, Карнатака штатының көньяҡ-көнсығышында урынлашҡан һәм уның баш ҡалаһы булып тора. Халыҡ һаны буйынса өсөнсө урын биләгән[10] ҙур биләмә һәм Һиндостандың бишенсе агломерацияһы.
Бангалор | |
Ошибка Lua в Модуль:Unicode_data на строке 469: attempt to index field 'scripts' (a boolean value). | |
Нигеҙләү датаһы | 1537 |
---|---|
Рәсми атамаһы | Bengaluru[1] |
Этнохороним | Bangalorean һәм Bengalurean |
Нигеҙләүсе | Kempe Gowda I[d] |
Рәсми тел | каннада[d] |
Донъя ҡитғаһы | Азия |
Дәүләт | Һиндостан[2] |
Административ үҙәге | Карнатака[d], дивизион Бангалор[d] һәм Городской округ Бангалор[d] |
Административ-территориаль берәмек | Городской округ Бангалор[d] |
Сәғәт бүлкәте | UTC+5:30[d] |
Етәксе орган | Bruhat Bengaluru Mahanagara Palike[d] |
Халыҡ һаны | 12 327 000 кеше (2020)[3] |
Диңгеҙ кимәленән бейеклек | 920 метр |
Туғандаш ҡала | Касабланка, Кливленд, Минск[4], Сан-Франциско[5], Харьков, Чэнду[6] һәм Эйндховен[d][7] |
Сиктәш | Дхармаварам[d] |
Майҙан | 741 км² |
Почта индексы | 560000–560107[8] |
Рәсми сайт | bbmp.gov.in |
Һештег | ಬೆಂಗಳೂರು һәм Bangalore |
Тема иҡтисады | economy of Bangalore[d] |
Иң тәүге яҙма ваҡыты | 890 |
Социаль селтәрҙә күҙәтеүселәр | 416 207 |
Урындағы телефон коды | 80 |
Номер тамғаһы коды | KA[9] |
Бангалор Викимилектә |
Азияның динамикалы үҫешеүсе ҡалаларының берһе, илдәге ҙур фәнни һәм машиналар эшләү, электроника, аэрокосмос тармағына, телекоммуникация ҡорамалдары һәм оборона сәнәғәте продукцияһын сығарыусы индустриаль үҙәк. Бынан тыш, Бангалорҙы йыш ҡына мәғлүмәт технологиялары менән бәйле компанияларҙың күплегенән сығып, «һинд кремний үҙәне»[11] тип атайҙар[12]. Бында шулай уҡ Һиндостан университеты, Фәндәр институты һәм Аэронавтика милли лабораторияһы урынлашҡан. Донъяла Бангалорҙың иҡтисади роле үҫә барыуын иҫәпкә алып, 2007 йылда CNN был ҡаланы «өсөнсө донъя илдәрендә бизнес алып барыу өсөн иң ылыҡтырырлыҡ урындарҙың береһе» тип билдәләй[13].
Хәҙерге Бангалорға нигеҙ һалыусы тип урындағы вассал һәм ҙур булмаған Елаханка (хәҙер Бангалорҙың ҡала яны) биләмәһе башлығы Кемпе Гоуда I иҫәпләнә. Ул 1537 йылда был урында балсыҡтан ҡәлғә төҙөй һәм уны Виджаянагар империяһы тип иғлан итә. Уның вариҫы Кемпе Гоуда II ауыл периметры буйынса дүрт ҡарауыл башняһы урынлаштыра һәм шулай итеп уның сиген билдәләй. Британия хакимлығы ваҡытында ҡала тиҙ үҫә һәм Һиндостандың көньяғында колониаль идара үҙәгенә әүерелә. Ҡаланың үҫешенә бында 1806 йылда Британия хәрби ҡаласығы төҙөлөшө лә булышлыҡ итә, уға илдең төрлө мөйөштәренән күп һанлы иммигранттар килә. 1947 йылда Һиндостандың бойондороҡһоҙлоғо иғлан ителгәс, территорияһында ҡала урынлашҡан Майсур кенәзлеге штат итеп үҙгәртелә һәм Бангалор баш ҡала статусын ала. 1973 йылда Майсур штаты Карнатаку тип үҙгәртелә. Бөгөн ул бик күп юғары белем биреү учреждениелары һәм фәнни-тикшеренеү институттары булған йылдам үҫешеүсе ҡала; Бангалор Һиндостанда грамоталылыҡ кимәле буйынса икенсе урынды биләй.