Бастак (ҡурсаулыҡ)
From Wikipedia, the free encyclopedia
«Бастак» дәүләт тәбиғәт ҡурсаулығы (рус. Государственный природный заповедник «Бастак») 1997 йылда Йәһүд автономиялы өлкәһе территорияһында ойошторола. Ул Биробиджан ҡалаһынан төньяҡта, Хабаровск крайының Хабаровск районы менән Йәһүд автономиялы өлкәһенең административ сигенә тиклем арала урынлашҡан. Ҡурсаулыҡтың территорияһы Бурея һыртының көньяҡ-көнсығыш армыттарын һәм Урта Амур уйһыулығының төньяҡ ситен үҙ эсенә ала.
«Бастак» дәүләт тәбиғәт ҡурсаулығы | |
---|---|
Категория МСОП — Ia (Ҡәтғи тәбиғи резерват) | |
Төп мәғлүмәт | |
Майҙаны | 127094,5 га |
Нигеҙләнгән ваҡыты | 1997 йыл |
Урынлашыуы | |
48°56′37″ с. ш. 133°07′13″ в. д._type:landmark HGЯO | |
РФ субъекты | Йәһүд автономиялы өлкәһе |
Яҡындағы ҡала | Биробиджан |
bastak-eao.ru | |
Бастак Викимилектә |
Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәтенең 2011 йылдың 21 апрелендәге «Бастак дәүләт тәбиғәт ҡурсаулығы территорияһын киңәйтеү тураһында» 302-се һанлы Указына ярашлы, ҡурсаулыҡҡа элекке «Забеловский» өлкә ҡурсаулығы (майҙаны 35323,5 гектар) ҡарай. 2014 йылдың 13 мартында Рәсәй премьер-министры Дмитрий Медведев Йәһүд автономиялы өлкәһенең 35,3 мең гектар ерен Бастак дәүләт тәбиғәт ҡурсаулығы биләмәһенә индереү тураһындағы бойороҡҡа ҡул ҡуя[1].
Әлеге ваҡытта ҡурсаулыҡ биләмәһе дөйөм майҙаны 127094,5 гектар тәшкил иткән ике айырым урынлашҡан биләмәнән тора. 2002 һәм 2003 йылдарҙа ҡурсаулыҡ сиктәрендә һаҡ зонаһы булдырыла, ул Йәһүд автономиялы районы сиктәрендә 15 390 гектар һәм Хабаровск крайында 11 160 гектар тәшкил итә.