Белорус Совет Социалистик Республикаһы
From Wikipedia, the free encyclopedia
Белорус Совет Социалистик Республикаһы, БССР (бел. Белару́ская Саве́цкая Сацыялісты́чная Рэспу́бліка, БССР) — Совет Социалистик Республикалар Союзы (СССР) составындағы союздаш республикаларҙың береһе, 1991 йылдың 19 сентябренән — Беларусь Республикаһы.
Тәүге тапҡыр 1919 йылдың 1 ғинуарында Белорус Сове́т Социалисти́к Респу́бликаһы атамаһы менән иғлан ителгән[2], шул уҡ 1919 йылдың 31 ғинуарында, бер ай эсендә, ул Рәсәй СФСР-ы (РСФСР) составынан сыҡҡан, ә 27 февралдә Литва Совет Республикаһы менән Литва-Белорус Совет Социалистик Республикаһына берләшкән һәм Литва һәм Белорус Социалистик Совет Республикаһын барлыҡҡа килтергән (ЛитБел ССР-ы)[3].
ЛитБел ССР-ы совет-поляк һуғышы барышында поляк оккупацияһы һөҙөмтәһендә юҡҡа сыҡҡан. 1920 йылдың 12 июлендә РСФСР һәм Литва араһында төҙөлгән РСФСР — Литва Мәскәү килешеүе һөҙөмтәһендә ЛитБел ССР-ы фактик рәүештә йәшәүҙән туҡтаған. 1920 йылдың 31 июлендә, Минскиҙа Белорус Совет Социалистик Республикаһы яңынан барлыҡҡа килгәнлектән, ЛитБел ССР-ы юридик яҡтан юҡҡа сығарылған"[4], артабан Белорус Совет Социалистик Республикаһы тигән атама менән йөрөтөлгән. 1922 йылдың 30 декабрендә Белорус ССР-ы, 4 совет республикаһы араһында, СССР ойоштороу тураһындағы Килешеүгә ҡул ҡуйған.
1990 йылдың 27 июлендә Беларусь Республикаһы (БССР) дәүләт суверенитеты тураһында Декларация ҡабул ителгән.
1991 йылдың 19 сентябрендә БССР-ҙың атамаһы Беларусь Республикаһы тип үҙгәртелә, ә 1991 йылдың 8 декабрендә РСФСР һәм Украина вәкилдәре Бойондороҡһоҙ Дәүләттәр Берләшмәһе (СНГ) ойоштороу тураһында Килешеүгә ҡул ҡуйған. Белорус ССР-ы ла, Украин ССР-ы менән бер рәттән, 1945 йылда барлыҡҡа килгән[5] Берләшкән Милләттәр Ойошмаһына (БМО) суверенлы тиң хоҡуҡлы нигеҙ һалыусы (сооснователь) булып тора.