Бенгал ҡултығы
From Wikipedia, the free encyclopedia
Бенга́л ҡултығы (бенг. বঙ্গোপসাগর, там. வங்காள விரிகுடா, һинд बंगाल की खाड़ी) — Һинд океанының төньяҡ-көнсығышында урынлашҡан донъялағы иң ҙур диңгеҙ ҡултығы. Ҡултыҡты Һиндостан, Бангладеш, Мьянма һәм Шри-Ланка илдәренең ярҙары йыуып тора. Көнбайышта — Һиндостан ярымутрауы, көнсығышта Мьянма яр буйы һәм Андаман һәм Никобар утрауҙар дуғалары менән сикләнгән. Ҡултыҡтың төньяҡ осонда уға исем биреүсе Бенгал тарихи өлкә урынлашҡан.
Бенгал ҡултығы | |
---|---|
Урынлашыуы | Һинд океаны |
Майҙаны | 2 172 000 км² |
Иң ҙур тәрәнлек | 4694 м |
Уртаса тәрәнлек | 2600 м |
Бенгал ҡултығы Викимилектә |
Бенгал ҡултығына күп кенә йылғалар — Ганг, Брахмапутра, Мегхна, Кришна, Годавари, Кавери, Маханади, Иравади һыуҙарын ҡоя.
Ҡултыҡтың төньяҡ-көнсығыш яр буйында Бангладештың Кокс-Базар янында донъялағы иң ныҡ һуҙылған пляж урынлашҡан (120 км).
Гидрологик, гидрохимик һәм башҡа параметрҙар буйынса Бенгал ҡултығы диңгеҙҙәргә ҡарай.