Беовульф
From Wikipedia, the free encyclopedia
«Беовульф»[1] (Беовульф, ингл. Beowulf), һүҙмә-һүҙ тәржемә иткәндә «бал ҡорттарының бүреһе»[2]) — англосаксондарҙың эпик поэмаһы. Әҫәрҙә ваҡиғалар Скандинавияла, англдарҙың Британияға[3] күскәнгә тиклем дәүерҙә бара. Әҫәрҙең исеме төп геройға арнап аталған. Текст аллитерацион шиғыр төҙөлөшө менән яҙылған һәм 3182 юлды тәшкил итә. Эпос VII аҙағында йәкиVIII быуат[4] башында ижад ителгән һәм XI быуаттың Роберт Коттон китапханаһында булған янғындан (1731 йыл) имен ҡалған берҙән-бер исемлегендә һаҡланған. Был — «варвар» Европа дәүеренең тулы күләмдә һаҡланып ҡалған берһән-бер боронғо эпик поэмаһы[5].
Ҡыҫҡа факттар
| ||||
Беовульф | ||||
«Беовульф» ҡулъяҙмаһының беренсе бите (XI быуат) | ||||
Автор(ҙар) | билдәһеҙ | |||
Яҙыу ваҡыты | VIII һәм X быуат араҙында | |||
Оригиналь теле | боронғо инглиз теле | |||
Жанры | героик эпос | |||
Күләме | 3182 юл | |||
Эстәлеге | Беовульф алыштары тураһында | |||
Персонаждар | Беовульф, Грендель | |||
Тәүге баҫма | Торкелин (1815) | |||
Ҡулъяҙмалар | Cotton Vitellius A. xv | |||
Һаҡланған урыны | коттон китапханаһы (1731 йылғы янғында ут тейгән) | |||
Төп нөсхә | һаҡланмаған | |||
Электронный текст произведения |
Ябырға