Беренсе Австрия Республикаһы
From Wikipedia, the free encyclopedia
Беренсе Австрия Республикаһы — Австро-Венгрия империяһының емереклектәрендә Беренсе һәм Икенсе донъя һуғыштары арауығында барлыҡҡа килгән дәүләт.
Беренсе Австрия Республикаһы | |||||
нем. Die Erste Republik | |||||
| |||||
21 октябрь, 1919 — 13 март, 1938
| |||||
---|---|---|---|---|---|
Баш ҡала | |||||
Телдәр | |||||
Дин | |||||
Австрия де - факто ғына республика булып һаналған, рәсми рәүештә ул Федераль Австрия дәүләте тип атала. Илдең ошо дәүерҙәге тарихы һул һәм уң яҡлы радикаль сәйәси төркөмдәре араһындағы даими бәрелештәр менән билдәләнә (мәҫәлән, 1927 йылдағы Июль ихитилалын сағыу миҫал итеп һанап була). Австрия конституцияһы 1920 йылда ғәмәлгә инә, ә 1929 йылда юҡҡа сығарыла. Беренсе Австрия республикаһы аншлюсҡа бәйле "нацистик Германия"һына ҡушылыуы арҡаһында бөтөрөлә. Ҡайһы бер тарихсылар, республика ҡоролошо 1933-34 йылдарҙа уҡ, австриялы фашистар власҡа килгәндән һуң, граждандар һуғышы тамамланыуы менән туҡтатылған, тип һанай. Фашистар хөкүмәте тарафынан төҙөлгән яңы конституцияға ярашлы Австрия Федераль дәүләте (нем. Bundesstaat) статусын ала, республика тураһында иҫкә лә алынмай.