Билли Айлиш
АҠШ йырсыһы һәм йырҙар авторы (2001–) / From Wikipedia, the free encyclopedia
Би́лли А́йлиш Па́йрат Бэрд О’Ко́ннелл (ингл. Billie Eilish Pirate Baird O'Connell; 18 декабрь 2001 йыл) — АҠШ йырсыһы һәм йырҙар авторы. 2016 йылда SoundCloud-та баҫтырылған «Ocean Eyes» дебют синглы арҡаһында билдәлелек яулай.
Билли Айлиш ингл. Billie Eilish | |
Төп мәғлүмәт | |
---|---|
Исеме |
Билли Айлиш Пайрат Бэрд О’Коннелл |
Тыуған |
18 декабрь 2001 йыл |
Тыуған урыны |
Лос-Анджелес, Калифорния, АҠШ |
Ил | |
Һөнәрҙәре |
йырсы , йырҙар авторы |
Әүҙем йылдары |
2015 — бөгөнгәсә |
Инструменттар |
гитара, укулеле, клавишлы |
Жанрҙар | |
Лейблы |
Darkroom, Interscope |
Автограф | |
billieeilish.com | |
Аудио, фото, видео Викимилектә | |
2019 йылда уның When We All Fall Asleep, Where Do We Go? дебют альбомы Американың (Billboard 200) һәм Британияның (UK Albums Chart) хит-парадын етәкләй, ә «Bad Guy» синглы Billboard Hot 100 исемлегендә (АҠШ) беренсе урынға сыға. Ул йырсының беренсе чарттопперы була, ә Айлиш үҙе, был ҡаҙаныштары арҡаһында, Hot 100 исемлеге башында торған XXI быуатта тыуған беренсе кеше .
2020 йылда Айлиш Грэмми музыкаль премияһының бөтә дүрт төп номинацияһында (Йыл йыры, Альбом йылы, Яҙыу йыры һәм Яңы яҡшы башҡарыусы) еңеп, конкурстың триумфаторы була. Һөҙөмтәлә ул 1981 йылдан һуң (һәм тарихта Кристофер Кросстан һуң икенсе) бөтә дүрт төп йыл наградаһын алған тәүге йырсы[3][4].