Болгария общиналары
Wikimedia-Listn / From Wikipedia, the free encyclopedia
Община (болг. ОбщинаОбщина [општина]) — Болгарияның икенсе кимәлдәге административ-территориаль берәмеге. Урындағы үҙидаралыҡҡа эйә.
Общинала башҡарма власть органы — кмет (мэр), ул община граждандары тарафынан тура, тиң һәм йәшерен тауыш биреү юлы менән 4 йылға бер һайлана. Үҙәк власть етәкселәре булған президенттан, премьер-министрҙан айырмалы, кмет өсөн был вазифаға һайланыу мөҙҙәтен сикләү юҡ.
Болгарияла — бөтәһе 264 община.
Болгарияла 2011 йылда үткән урындарға һайлауҙа илдең 7,4 миллион халҡының 6 514 917-һе, һайлау үтәһе көнгә тиклем тейешле общинала кәм тигәндә дүрт ай даими теркәлеүҙә булып, урындарҙағы власты һайлау хоҡуғына эйә була. 264 общинала йәмғеһе 11 382 һайлау участкаһы эшләй.[1]