Буржуазия
социаль-синыф категорияһы / From Wikipedia, the free encyclopedia
Буржуази́я (франц. bourgeoisie от франц. bourg; ср.: нем. Burg — ҡала) — социаль-синыф категорияһы, уға капиталистик йәмғиәттең, милеккә (аҡса, етештереү саралары, ер, патенттар йәки башҡа мөлкәт формаһында) хужа булған һәм шул милектән килгән табыш иҫәбенә йәшәгән хакимлыҡ итеүсе синыф тап килә.[1]
Урыҫ телендә элек йыш ҡына «буржуазия» һүҙен «мещанлыҡ» тип тәржемә иткәндәр (французсанан калька bourgeois — «ҡалала йәшәүсе», дөйөм славян һүҙе мѣстоны иҫәпкә алып — ҡала). Мәҫәлән, Мольерҙың пьесаһының атамаһы: франц. «Le bourgeois gentilhomme» урыҫсаға «Мещанин во дворянстве» тип тәржемә ителә. Хәҙерге заман урыҫ телендә «буржуа» һүҙенә мещанин һүҙенә ҡарағанда, предприниматель (йүнсел), эксплуататор һүҙе тап килә (мәҫәлән, сауҙагәрҙәр ҙә буржуазия синыфына ҡарай, ә мещандарҙың бер өлөшө ялланып та эшләй бит).