Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы
йәмәғәт ойошмаһы / From Wikipedia, the free encyclopedia
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы (конгресс) — йәмәғәт ойошмаларының Халыҡ-ара берлеге. Төп маҡсаты — башҡорттарҙың һәм Башҡортостан Республикаһынан ситтә йәшәүсе милләтәштәребеҙҙең берләшеүенә ярҙам итеү, башҡорт телен һаҡлап ҡалыу һәм артабан үҫтереү, башҡорттарҙың социаль-иҡтисади хәлен, рухи-мәҙәни тормошон яҡшыртыу, дуҫлыҡты һәм милләт-ара татыулыҡты нығытыу.
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы | |
Нигеҙләү датаһы | 1995 |
---|---|
Етәксе | Айытҡолова Эльвира Ринат ҡыҙы |
Адрес | Өфө ҡалаһы, Революцион урам, 43 |
Рәсми сайт | kurultay-ufa.ru |
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Викимилектә |
Юғары ҡарарҙар ҡабул итеү хоҡуғына бөтә халыҡ вәкилдәре йыйыны — Ҡоролтай эйә. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы 1995 йылдан эшләп килә. Ҡоролтайҙар араһында берлек эшмәкәрлеге менән башҡарма комитет идара итһә, 2019 йылдан был вазифа Ҡоролтай президумына бирелде.
Рәсәйҙең башҡорттар күпләп йәшәгән төбәктәрендә, йыраҡ һәм яҡын сит илдәрҙә Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының (конгресс) бүлексәләре бар.