Витебск
Белоруссия ҡалаһы, Витебск өлкәһе үҙәге / From Wikipedia, the free encyclopedia
Витебск (бел. Ві́цебск) — Белоруссияның төньяҡ-көнсығышындағы ҡала, Витебск өлкәһенең һәм Витебск районының административ үҙәге.
Халҡы — 377 960 кеше (2017 йылдың 31 декабренә). Майҙаны — 134,601 км² (2017 йылдың 16 авгусына).
Витебск өлкәһенең көнсығышында Көнбайыш Двина йылғаһы буйында урынлашҡан. Халыҡ һаны буйынса илдәге дүртенсе ҡала (Минскиҙан, Гомелдән һәм Могилевтан ҡала).
Полоцкиҙан һуң Белоруссияның иң ҡарт ҡалаһы (974 йыл[9]). Көнбайыш Двина менән Витьба йылғаларының ярында ултыра, исеме Витьба йылғаһының атамаһынан алынған. Ҡала легендаһына ярашлы, XVIII быуатта равноапостольная княгиня Ольга тарафынан нигеҙләнгән. Ҡала кривич славяндарының берләшеү өлкәләренең береһе була, ә мөһим сауҙа юлдарындағы уңайлы географик урыны уның артабанғы быуаттарҙа үҫеүенә һәм сәскә атыуына килтерә.