В. И. Суриков исемендәге Мәскәү художество институты
Рәсәй Федерацияһының юғары уҡыу йорты / From Wikipedia, the free encyclopedia
Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ орденлы В. И. Суриков исемендәге Мәскәү дәүләт академик художество институты — Рәсәйҙең иң алдынғы юғары художество уҡыу йорттарының береһе. И. Е. Репин исемедәге Санкт-Петербург живопись, скульптура һәм архитектура дәүләт академия институты (СПбИЖСА) менән бер рәттән Рәсәй художество академияһының белем биреү структураһын төҙөй. 1939 йылда Мәскәү дәүләт художество институты Уставы раҫлана. Бөтәһен дә урынынан ҡуҙғатҡан Бөйөк Ватан һуғышы Мәскәү дәүләт академия художество институтын да аямай. Ләкин был ҡырыҫ йылдарҙың ауырлыҡтары уҡытыусыларҙың һәм студенттарҙың ижади һәм фәнни эшенә ҡамасауламай (ҡамалған баш ҡалала ҡалған һәм Сәмәрҡандҡа эвакуацияланған өлөшөнөң дә).
В. И. Суриков исемендәге Мәскәү художество институты | |
Нигеҙләү датаһы | 1939 |
---|---|
Кем хөрмәтенә аталған | Василий Иванович Суриков[d] |
Ректор | Любавин, Анатолий Александрович[d] |
Дәүләт | Рәсәй |
Административ-территориаль берәмек | Мәскәү |
Урын | Мәскәү |
Баш компания (ойошма, предприятие) | Рәсәй Федерацияһы Мәҙәниәт министрлығы[1] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре | |
Рәсми сайт | surikov-vuz.com |
Ойошма хеҙмәткәрҙәре категорияһы | Категория:Преподаватели МГХИ им. Сурикова[d] |
В. И. Суриков исемендәге Мәскәү художество институты Викимилектә |
Ректоры — профессор, Рәсәй Федерацияһының халыҡ рәссамы, академик А. Любавин.