ГУЛАГ
From Wikipedia, the free encyclopedia
Лагерҙарҙың баш идаралығы (ГУЛаг, Холоҡ төҙәтеү-хеҙмәт лагерҙарының баш идаралығы тип тә оҙайтыла (Главное управление исправительно-трудовых лагерей)[1]) — СССР НКВД-һы, СССР Эске эштәр министрлығы, СССР Юстиция министрлығының 1930—1960 йылдарҙа иректән мәхрүм итеү һәм уларҙы тотоуҙы тормошҡа ашырған подразделениелары. Артабан ведомство ГУИН (Яза башҡарыу баш идаралығы) тип үҙгәртелә. Әлеге ваҡытта ФСИН (Федераль яза башҡарыу хеҙмәте) тип атала.
ГУЛАГ | |
Дәүләт | СССР |
---|---|
Баш компания (ойошма, предприятие) | СССР Халыҡ комиссарҙары Советы эргәһендәге Берләшкән дәүләт сәйәси идаралығы, СССР эске эштәр халыҡ комиссариаты һәм Министерство внутренних дел СССР[d] |
Бойһонған ойошма (филиал) | Ухтижемлаг[d] |
ГУЛАГ Викимилектә |
Совет иҡтисадында ГУЛАГ-тың роле тураһында фекер киң таралыуға ҡарамаҫтан, ғәмәлдә уның өлөшөнә капиталь төҙөлөшкә капитал һалыуҙарҙы үҙләштереүҙең 10 проценты ғына тура килә. Әммә ҡайһы бер тармаҡтарҙа уның әһәмиәте күберәк була: күмер, металл, мәғдән, шул иҫәптән алтын һәм уран, алмас, кобальт, апатит сығарыуҙа. Алтындың −100, ҡурғаштың — 70 һәм никелдең 33 проценты тотҡондар көсө менән табыла. Урман ҡырҡыуҙа һәм гидротехник, юл төҙөлөштәрендә уларҙың өлөшө 15 процент була. Атом проектын тормошҡа ашырыуҙың хәл иткес осоронда (1947—1948) был объекттарҙа капиталь төҙөлөштөң төп күләмен ГУЛАГ тотҡондары башҡара[2].