Гагарин Юрий Алексеевич
From Wikipedia, the free encyclopedia
Гагарин Юрий Алексеевич (9 март 1934 йыл, Клушино, Гжатский (хәҙерге Гагарин) районы, Көнбайыш өлкә (хәҙерге — Смоленск өлкәһе), СССР — 27 март 1968 йыл, Новосёлов ауылы, Киржач районы, Владимир өлкәһе, СССР) янында — СССР-ҙың лётчик-космонавы, Советтар Союзы Геройы, бер нисә дәүләттең юғары маҡтау билдәләре кавалеры, бик күп Рәсәй һәм сит ил ҡалаларының почетлы гражданы.
СССР Хәрби-һауа көстәре полковнигы (1963), 1-се класлы хәрби осоусы, СССР-ҙың атҡаҙанған спорт мастеры (1961), ВЛКСМ Үҙәк Комитеты ағзаһы, 7-се һәм 8-се саҡырылыш СССР Юғары Советы депутаты.
1961 йылдың 12 апрелендә Юрий Гагарин донъя тарихында йыһан киңлегенә осоусы тәүге кеше була[12][13]. Бортында Гагарин булған «Восток-1» карабы Ҡаҙағстандың Ҡыҙыл Урҙа өлкәһендә урынлашҡан Байконур космодромынан «Восток» ракета-йөрөтөүсе менән ебәрелә. 108 минут[14] осҡандан һуң Гагарин Энгельстан алыҫ түгел Һарытау өлкәһенә төшә. 1961 йылдың 12 апреле, Юрий Гагариндың йыһанға осоу көнө, байрам — Космонавтика көнө тип иғлан ителә.
Тәүге йыһан осошо бөтә донъяла ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙырҙы, ә Юрий Гагарин үҙе донъяла танылыу яуланы. Сит ил хөкүмәттәре һәм йәмәғәт ойошмалары саҡырыуы буйынса ул 30-ға яҡын илдә булған[15]. Шулай уҡ беренсе космонавт Советтар Союзы эсендә лә сәфәрҙәр яһай. Артабанғы йылдарҙа Гагарин ҙур ижтимағи-сәйәси эш алып бара, профессор Н. Э. Жуковский исемендәге Хәрби-һауа көстәре инженер академияһын тамамлай, Космонавтар әҙерләү үҙәгендә эшләй һәм йыһанға яңы осошҡа әҙерләнә.
1968 йылдың 27 мартында Юрий Гагарин Владимир өлкәһе Киржач районы Новоселово ауылы янында тәжрибәле инструктор В. С. Серёгин етәкселегендә МиГ-15УТИ самолетында күнекмә осошон башҡарғанда һәләк була. Фажиғәнең сәбәптәре бөгөнгә тиклем асыҡланып бөтмәгән.
Советтар Союзында Гагариндың үлеме менән бәйле дөйөм халыҡ матәм көнө иғлан ителә (СССР тарихында беренсе тапҡыр дәүләт башлығы булмаған кеше иҫтәлегенә). Ерҙең беренсе космонавты хөрмәтенә бер нисә тораҡ пункт (шул иҫәптән тыуған ҡалаһы — Гжацк) тип үҙгәртелә, урамдар һәм проспекттар атала. Донъяның төрлө ҡалаларында Гагаринға бик күп һәйкәл ҡуйыла.