Гитлерға ҡаршы коалиция
From Wikipedia, the free encyclopedia
Гитлерға ҡаршы коалиция, йәки Икенсе донъя һуғышы союздаштары (ингл. Allies of World War II) — 1939—1945 йылдарҙағы Икенсе донъя һуғышында нацистик блогына, Күсәр Илдәре тип исемләнгән Германия, Италия, Япония һәм уларҙың сателлиттарына һәм союздаштарына ҡаршы һуғышҡан дәүләттәр һәм халыҡтар. берләшмәһе [1].
Ҡыҫҡа факттар Нигеҙләү датаһы, Ҡатнашыусы ...
Гитлерға ҡаршы коалиция | |
Нигеҙләү датаһы | 1939 |
---|---|
Ҡатнашыусы | Икенсе бөтә донъя һуғышы һәм Бөйөк Ватан һуғышы |
Һуғыш/алыш | Икенсе бөтә донъя һуғышы |
Ябырға
Һуғыш йылдарында «Берләшкән милләттәр» (United Nations) термины Гитлерға ҡаршы коалицияһы синонимына әүерелә. Был терминды АҠШ президенты Франклин Рузвельт тәҡдим итә һәм ул тәүге тапҡыр 1942 йылғы Берләшкән милләттәр Декларацияһында осрай (Егерме алтының Вашингтон декларацияһы). Коалицияның хәрби һәм һуғыштан һуңғы донъя ҡоролошона йоғонтоһо бик ҙур, уның нигеҙендә Берләшкән Милләттәр Ойошмаһы (БМО) булдырыла.