Грипп
From Wikipedia, the free encyclopedia
Грипп (франц. баҫып алыу, яулап алыу) — грипп вирусы килтереп сығарған һулау юлдарының инфекция ауырыуы. Көслө вирус инфекция ауырыуҙар (ОРВИ) араһына керә. Бөгөн грипптың 2000 яҡын төрө билдәле. Гриппҡа ҡаршы профилактика сараһы булараҡ көҙ көнө вакцинация үтергә кәңәш ителә.
Грипп | |
| |
МКБ-10 | |
---|---|
МКБ-9 |
487487 |
DiseasesDB |
6791 |
MedlinePlus |
000080 |
eMedicine | |
MeSH |
D007251 |
Грипп Викимилектә | |
Грипп эпидемияһы йыл һайын, ғәҙәттә, йылдың һыуыҡ ваҡытында ҡабатлана һәм ер шарында йәшәүсе халыҡтың 15 процентын зарарлай. Донъяла грипп ауырыуы менән 500 миллион кеше ауырыһа, шуның 2 миллионы вафат була.
Кешелә грипп тыуҙырғыс — РНК-лы Mixovirus influenza вирусы, түбән температураға бирешмәй, ультрафиолет нурҙар, антисептик саралар менән тәьҫир иткәндә үлә. Вирус йоҡторғандан һуң, организмда инкубацион осор тип аталған, 12—48 сәғәткә һуҙылған ваҡыт үтә. Һуңынан температура 38—40 градусҡа күтәрелә, кеше өшөй башлай, башы, күҙ алмалары, мускулдары, быуындары ауырта, уҡшый. Сирҙең икенсе һәм өсөнсө тәүлегендә генә ауырыуҙа ҡоро йүтәл, тымау барлыҡҡа килә. Ауырыған ваҡытта кеше ярҙамға мохтажлык кисерә: ғөмүмән хәлһеҙлектән, баш ауыртыуҙан, ҡалтыраныуҙан яфа сигә. Ауырыуҙың киҫкен осоро 3—7 көн дауам итә.
«Һалҡын тейеү» ауырыуын — йөҙҙән артыҡ төр вирус, гриппты А, В, С вирустары килтереп сығара. Был вирустар булыуы 1933, 1940, 1947 йылдарҙа асыҡланған. Грипп эпидемияһы йыл һайын, ғәҙәттә, һалҡын осорҙа була һәм Ер шарындағы халыҡтың 15 процентында күҙәтелә.
А гриппы эпидемияһы — 2—3 йылға, В гриппы 4—6 йылға бер тапҡыр ҡабатлана. С гриппы эпидемия тыуҙырмай, уның менән бер генә тапҡыр ауырырға мөмкин, кешеләр уны башҡаса йоҡтормай. Шунлыҡтан, уның менән, аҫылда, балалар ауырый.
Грипп вирусы бик тиҙ таралыусан. Инфекция менән башҡа кеше йүтәлләгәндә, йәиһә сөскөргәндә зарарланырға мөмкин. Сөнки был ваҡытта ауырыу кешенән йәки вирусты йөрөтөүсенән ауырыу тыуҙырыусы, шул иҫәптән грипп вируслы бактериялар тарала һәм ауырыу тирәһендә зарарлы зона барлыҡҡа килә.
Организмға эләккән вирус 4—6 сәғәт эсендә үрсей. Таралыуҙан һаҡланыу өсөн организм шул урынға иммунитет күҙәнәктәрен йүнәлтә. Лимфа төйөндәрендә вирусҡа ҡаршы тороусы тәнсектәр эшләп сығарыла башлай, тик улар 1,5—2 аҙнанан һуң ғына көсәйә.
Ҡатлаулы булмаған грипп 5—10 көн дауам итә, 4—5 көн температура юғары тора. Өҙлөгөү бактерия микрофлораһы активлашыуы менән аңлатыла. Пневмония, синусит, отит күҙәтелергә мөмкин.