Джон Леннон
британ рок-музыканты, йырсы, шағир, композитор, рәссам, яҙыусы / From Wikipedia, the free encyclopedia
Джон Уинстон Оно Леннон[комм. 1] (ингл. John Winston Ono Lennon; тыуған ваҡыттағы исеме — Уинстон Джон Леннон (ингл. John Winston Lennon); 9 октябрь 1940(19401009), Ливерпуль, Мерсисайд, Англия, Бөйөк Британия — 8 декабрь 1980, Нью-Йорк, АҠШ) — донъя кимәлендә Британияның The Beatles төркөмөн ойоштороусыһы, авторҙашы, вокалисы һәм ритм- гитарасыһы булараҡ танылған рок-музыканты, йырсы, шағир, композитор, рәссам, яҙыусы һәм активист. Леннонды фетнәсел характеры һәм әсе телле аҡылы менән айырылып тора, был һыҙаттары уның музыкаһында, картиналарында, фильмдарында, шулай уҡ хаттарында һәм интервьюларында сағыла. Беҙҙең көндәргә тиклем ул XX быуаттың Леннон үҫмер сағынан музыка менән мауыға. Ул 1956 йылда The Quarrymen скиффл-төркөмөн ойоштора, 1960 йылда был төркөм The Beatles булып китә. «Аҡыллы битл» ҡушаматын алып, баштан уҡ төркөмдә ысынбарлыҡта лидер була, әммә йылдар үтеү менән етәксе роле Маккартниға күсә. Леннон үҙ карьераһы дауамында ижадтың төрлө төрҙәрен һынап ҡарай: күп һанлы фильмдарҙа, шул иҫәптән «Как я выиграл войну» фильмында төшә, шулай уҡ «Пишу как пишется» һәм «Испалец в колесе», автор иллюстрациялары менән ҡара һәм абсурд юмор рухында хикәйәләр йыйынтытарын баҫтырып сығара . "All You Need Is Love"нан башлап, уның йырҙары һуғышҡа ҡаршы хәрәкәттә һәм контрмәҙәни мөхиттә ҡатнашыусылар араһында популяр булып китә. 1969 йылда ул үҙенең икенсе ҡатыны, япон авангард рәссамы Йоко Ono менән Plastic Ono Band төркөмөнә нигеҙ һала, ике аҙна буйы һуғышҡа ҡаршы «түшәк акцияһын» үткәрә һәм соло карьераһы менән шөғөлләнеү өсөн The Beatles-тан китә.
- Леннон бите бында йүнәтелә. Был терминдың башҡа мәғәнәләре лә бар, ҡарағыҙ: Леннон (мәғәнәләр).
Джон Леннон ингл. John Lennon | |
Төп мәғлүмәт | |
---|---|
Исеме |
Джон Уинстон Леннон |
Тулы исеме |
Джон Уинстон Оно Леннон |
Тыуған |
9 октябрь 1940({{padleft:1940|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:9|2|0}}) |
Тыуған урыны |
Ливерпуль, Мерсисайд, Англия, Бөйөк Британия |
Үлгән |
8 декабрь 1980({{padleft:1980|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:8|2|0}}) (40 йәш) |
Үлгән урыны | |
Ил | |
Һөнәрҙәре |
йырсы, композитор , гитарала уйнаусы, пианист , шағир, актёр , йәмәғәт эшмәкәре, художник, прозаик, музыка продюсеры , кинопродюсер, кинорежиссёр |
Әүҙем йылдары |
1956—1980 |
Инструменттар |
гитара, клавишалы инструменттар, ауыҙ гармоникаһы, бас-гитара |
Жанрҙар |
рок, рок-н-ролл, мерсибит, хард-рок, эксперименталь рок |
Коллективтар |
The Beatles |
Лейблы |
Apple, Capitol, Geffen, Parlophone, Polydor |
Наградалар | |
Автограф | |
johnlennon.com | |
Аудио, фото, видео Викимилектә | |
1968—1972 йылдарҙа Леннон Оно менән бергә бер нисә проектты тормошҡа ашыра, шул иҫәптән авангард альбомдары трилогияһын, шулай уҡ John Lennon / Plastic Ono Band соло дебют альбомын һәм бер нисә уңышлы синглдарҙы сығара: "Give Peace a Chance ", «Instant Karma!», «Happy Xmas (War Is Over)» һәм «Imagine». 1971 йылда Нью-Йоркҡа күсенгәндән һуң Леннондың Вьетнамдағы һуғышты тәнҡитләүе арҡаһында Ричард Никсон хакимиәте тарафынан илдән ҡыуып сығарарға тырышыуға килтерә, һәм бындай хәл өс йыл буйы дауам итә. Артабанғы ике йылд, 1973—1975, Леннон"юғалтылған уикэнд" тип атай, был осорҙа ул Ононан айырыла, ижад менән шөғөлләнә, дуҫтары менән хеҙмәттәшле итә, атап әйткәндә Гарри Нилсондың Pussy Cats альбомының продюсерҙәше була. Уның менән яҙып синг Элтон Джон («Whatever Gets You thru the Night» (инг.)баш.) һәм Дэвид Боуи («Fame») менән яҙҙырылған синглдары АҠШ-тың милли хит-парадының алғы сафында яңғырай. Биш йылдан һуң Леннон Оно менән бергә яҙылған Double Fantasy альбомы менән кире музыкаға ҡайта. Пластинкаһы сыҡҡандан өс аҙна үткәс, музыкантты The Beatles-тың элекке фанаты Марк Чапман атып үлтерә.
Башҡарыусы, автор йәки авторҙаш булараҡ Леннондың 25 синглы бар, улар Billboard Hot 100 чартын етәкләй. Уның коммерция йәһәтенән иң уңышлы Double Fantasy альбомы, «Йыл альбомы» категорияһында «Грэмми» премияһы менән билдәләнә. 1982 йылда музыкаға ҙур өлөш индергәне өсөн музыкант Brit Awards премияһына лайыҡ була. 2002 йылда Леннон BBC телеканалының «100 бөйөк британ» дөйөм милли һорау алыуында 8-се урынды биләй. Rolling Stone журналы редакцияһы уны бөтә замандарҙың бөйөк вокалсылары араһында 5-се урынға һәм шундай уҡ бөйөк артистар рейтингында 38-се урынға ҡуя. Ул Йыр авторҙарының Дан залына (1997 йылда) һәм рок-н-ролланың Дан залына (1988 йылда The Beatles ҡатнашыусыһы һәм 1994 йылда башҡарыусы булараҡ ике тапҡыр) индерелә. Музыкаль эшмәкәрлегенән тыш, Леннон шулай уҡ сәйәси активист булараҡ билдәле була. Үҙенең ҡараштарын ул йырҙарҙа ла, шулай уҡ асыҡ сығыштарҙа ла белдерә. Данлыҡлы «Imagine» йырында Леннондың донъяның нисек ойошторолоуы тураһындағы уйҙары сағыла. Ул тигеҙлек һәм кешеләрҙең туғандарса мөнәсәбәтен, донъя, тыныслыҡ, азатлыҡ идеяларын пропагандалай. Был уны хиппи[1] кумиры һәм 1960-сы һәм 1970-се йылдарҙағы иң әһәмиәтле йәмәғәт эшмәкәрҙәренең береһе итә.[2]