Диңгеҙ
бөтә донъя океанының ҡоро ер йәки һыу аҫты рельефының бейеклеге менән айырылған ҙур тоҙло һыу объекты / From Wikipedia, the free encyclopedia
Диңгеҙ — бөтә донъя океанының ҡоро ер йәки һыу аҫты рельефының бейеклеге менән айырылған өлөшө. Шулай уҡ донъя океанынан гидрологик, метеорологик һәм климат режимдары менән айырыла, был уларҙың океандарға ҡарата сикке торошо һәм асыҡ өлөшө менән бәйләнеше сикләнгәнлектән һыу алмашыуҙың әкренәйеүе менән бәйле.[1] Шулай уҡ диңгеҙҙәр бер-береһенән флораһы һәм фаунаһы буйынса айырыла (мәҫәлән, Урта диңгеҙҙә Эгей диңгеҙе урынлашҡан). Диңгеҙ фаунаһы эндемиктар булыуы менән ҡылыҡһырлана[1]; Ниндәйҙер кимәлдә ҡоро ер менән уратып алынған донъя океанының бер өлөшө[2]
Төрлө авторҙарҙа, атап әйткәндә, Библияла диңгеҙҙәрҙе теләһә ниндәй ҙур һыу арауығы (йылғалар, күлдәр, ҡултыҡтар) тип атарға мөмкин; мәҫәлән, Мысыр диңгеҙе (Иса. 11:15) Библияла төрлө фараздар буйынса Йә Нил йылғаһын, йә Ҡара диңгеҙҙең бер өлөшөн билдәләй; бынан тыш, унда Евфрат йылғаһы ла диңгеҙ тип атала..
Даль һүҙлегендә диңгеҙ киң уйһыулыҡтарҙа ятҡан тоҙло һыуҙар тупланмаһы тип билдәләнә. Шулай итеп, диңгеҙ, ҡоро ерҙән (ҡоро ер, материк) айырмалы рәүештә, ҡоро ерҙән сиге булған ҙур һыу ятҡылығы тип ьилдәләнә. Ғәҙәттә диңгеҙҙәр донъя океаны менән боғаҙҙар (мәҫәлән, Урта диңгеҙ, Ҡара диңгеҙ һәм башҡалар) аша аралаша һәм был төшөнсәгә тура килә. Тоҙло йәки сөсө һыулы күлдәрҙе (мәҫәлән, Каспий диңгеҙе, Арал диңгеҙе, Үле диңгеҙ, Байкал — «Данлы диңгеҙ — Изге Байкал») диңгеҙ тип атай был төшөнсәгә тура килеп етмәй. Бынан тыш, диңгеҙ һүҙе упҡын, төпһөҙ, сикһеҙ тигән төшөнсәне белдерә.[3].
Диңгеҙ тип аталған объекттар Ерҙә генә түгел, мәҫәлән, «Көньяҡ диңгеҙ» Марста һәм Ай өҫтөндәге ҡараңғы таптар диңгеҙ тип атала.
Һыуынғанда тоҙло һыу «диңгеҙ боҙона» әйләнә — был сөсө һыу өсөн туңыу нөктәһенән түбәнерәк яҡынса −1,8 °C температурала була..