Дон Кихот (роман)
From Wikipedia, the free encyclopedia
Дон Кихот — испан яҙыусыһы Мигель де Сервантестың (1547—1616) әҫәргә исем биргән геройҙың мажаралары хаҡындағы донъяла киң билдәлелек алған романы. Тулы исеме — «Хәйләкәр идальго Дон Кихот Ламанчский», урыҫса «Хитроу́мный ида́льго Дон Кихо́т Лама́нчский» испанса «El ingenioso hidalgo Don Quijote de la Mancha»). Ике томда баҫыла, уларҙың беренсеһе 1605 йылда, икенсеһе — 1615 йылда донъя күрә. Әҫәр рыцарь романдарына пародия ителеп уйланылған була. Һуңынан ул Европаның бөтә телдәренә тәржемә ителә һәм бөгөнгәсә иң популяр китаптарҙың береһе булып ҡала килә. 2002 йылда «Дон Кихот» донъя әҙәбиәтенең иң яҡшы романы булып таныла[1].