Дубиса килешеүе
From Wikipedia, the free encyclopedia
Дубиса килешеүе — 1382 йылдың 31 октябрендә Бөйөк Литва кенәзлегенең бөйөк кенәзе Ягайло, уның ҡустыһы Скиргайло һәм Тевтон ордены маршалы Конрад фон Валленрод араһында формалашҡан өс хоҡуҡи акттан торған килешеү. Бөйөк Литва кенәзлегендә граждандар һуғышы барышында тевтон рыцарҙәре Ягайло менән Скиргайлоға олаталары Кейстутты һәм уның улы Витовтты еңергә ярҙам иткән. Һуғыш барышында Ягайло тарафынан бирелгән вәғәҙәләрҙе тормошҡа ашырыуҙы талап итеп тәре йөрөтөүселәр ике яҡлы килешеүҙәр төҙөү тураһында һөйләшеүҙәр башлай[1]. Дубиса йылғаһы тамағындағы утрауҙа алты көнлөк һөйләшеүҙәрҙән һуң акттарға ҡул ҡуйылған[2]. Килешеү раҫланмаған һәм үҙ көсөнә инмәгән. 1383 йылдың йәйендә Тевтон ордены һәм Бөйөк Литва кенәзлеге араһында йәнә хәрби бәрелештәр башланған.
Дубиса килешеүе | |
Дубиса йылғаһы тамағындағы утрауҙа килешеү | |
Әҙерләнгән ваҡыты |
31 октябрь 1382 йыл |
---|---|
Яҡтар |
Конрад фон Валленрод Ягайло, Скиргайло |