Зодиак
эклиптика буйлап күк көмбәҙендә 12 өлөшкә бүленгән билбау / From Wikipedia, the free encyclopedia
Зодиак (зодиак ҡулсаһы грек. ζῷον — «тере йән»), үҙәге эклиптикала булған һәм ун ике бүлкәттән торған күктәге ҡулса. Зодиак һүҙе башта zōdiacus тигән латин һүҙенән килеп сыға, ә ул, үҙ сиратында, грексанан ζῳδιακὸς κύκλος (zōdiakos kyklos) — «хайуандар түңәрәге» (нигеҙендә ζῴδιον (zōdion), ҡыҫҡартылған формаһы ζῷον (zōon) "хайуан"дан алына. Был шуның менән бәйле — классик грек зодиагында билдәләрҙең яртыһы хайуандар ҡиәфәтендә (мифологик йән эйәләренән тыш) һынландырыла.
- Астрономияла — Ҡояш, Ай һәм планеталарҙың эклиптика буйлап күренгән юлдары үткән күк көмбәҙе билбауы. Шул уҡ ваҡытта Ҡояш ҡәтғи рәүештә эклиптика буйынса хәрәкәт итә, ә ҡалған яҡтыртҡыстар иһә зодиак буйлап хәрәкәт иткәндә, үҙ орбитаһы үҙәгенең ағымдағы торошона бәйле эклиптиканан төньяҡҡараҡ, йәки көньяҡҡараҡ шыла. Ҡуҙы, Буға, Игеҙәктәр, Ҡыҫала, Арыҫлан, Ҡыҙ, Үлсәү, Саян, Уҡсы, Ылаҡ, Һыуғояр, Балыҡ зодиак йондоҙлоҡтарына ҡарай, шулай уҡ Змееносецты ла зодиак йондоҙлоғо тип атарға була, әммә уны йыш ҡына зодиак йондоҙлоғона индермәйҙәр, шул уҡ ваҡытта ул, башҡа яҡтыртҡыстар кеүек үк, эклиптика аша үтә. Ай һәм күренгән планеталарҙың эклиптик боролошо бер нисә градустан артмай, ғәҙәттә зодиак билбауының киңлеге эклиптиканың ике яғына ла шартлы рәүештә 9 градусҡа тигеҙ, тип иҫәпләнелә. Астрономик зодиакта хәрәкәт — сәғәт уғы буйынса.
- Астрологияла — билбау участкаларға астрономиялағы кеүек, шундай уҡ эҙмә-эҙлелектә бүленә. Беҙҙең эраға тиклем I меңйыллыҡ уртаһында Яҡын Көнсығышта барлыҡҡа килгән зодиак 30-ар градуслы ун ике зодиак билдәһенән тороуы билдәле. Билдәләрҙең исемдәре зодиак йондоҙлоҡтары менән бәйле, ул дәүерҙә шул йондоҙлоҡтарға тап килгән булалар, әммә артабанғы быуаттарҙа прецессия йоғонтоһо аҫтында йондоҙҙар һәм йондоҙлоҡтар эклиптика селтәренә бәйле билдәләр буйынса хәрәкәт итә. Астрологик зодиакта хәрәкәт сәғәт уғына ҡаршы башҡарыла.
Ҡыҫҡа факттар Сәнғәт әҫәренең бүлектәре һаны ...
Зодиак | |
Сәнғәт әҫәренең бүлектәре һаны | 12 знак зодиака[1] |
---|---|
Зодиак Викимилектә |
Ябырға