Икенсе Континенталь конгресс
From Wikipedia, the free encyclopedia
Икенсе Континенталь конгресс (10 май 1775 — 1 март 1781) — Пенсильвания штатында Бөйөк Британияның 13 колонияһы депутаттары съезды. Икенсе Континенталь конгресс үткәреү тураһында ҡара 1774 йылда Беренсе Континенталь конгресста ҡабул ителә. Икенсе Континенталь конгресс эшендә бөтә америка колонияларынан 65 делегат ҡатнаша, Джорджия вәкилдәре конгресҡа 20 юильдә генә ҡушыла. АҠШ бойондороҡһоҙлоғо өсөн көрәштә икенсе Континенталь конгресс милли хөкүмәт ролен үтәй.