Искәндәр Зөлҡәрнәй
Македония батшаһы, полководец һәм донъя державаһын булдырыусы / From Wikipedia, the free encyclopedia
Искәндәр Зөлҡәрнәй (грек. Μέγας Aλέξανδρος[1], шулай уҡ Александр III, Бөйөк Александр, мосолман илдәрендә Искәндәр Зөлҡәрнәй[сн 1] (Ҡушмөгөҙлө Искәндәр) исеме аҫтында билдәле, — беҙҙең эраға тиклемге 336—324 йылдарҙағы Македонияның хакимы. Ул тарихҡа иң уңышлы хәрби етәксе булараҡ билдәле — ул бер яуҙа ла еңелмәгән. Ғүмеренең аҙағына ул Боронғо Грецияға билдәле донъяның күпселек өлөшөн үҙенә буйһондора[2].
Ҡыҫҡа факттар Хаким итә башлауы:, Тамамланыуы: ...
Искәндәр Зөлҡәрнәй | |
Μέγας Aλέξανδρος | |
Искәндәр Зөлҡәрнәй, Александр III, Бөйөк Александр, Ҡушмөгөҙлө Искәндәр | |
Хаким итә башлауы: | б.э.т. 336-сы йыл |
---|---|
Тамамланыуы: | б.э.т. 10 июнь 323-сө йыл |
Алдағы хаким: | Филипп II Македониялы |
Вариҫы: | Филипп III Арридей |
Тыуған ваҡыты: | б.э.т. 1 июль 356-сы йыл |
Тыуған урыны: | Пелла, Македония |
Үлем ваҡыты: | б.э.т. 10 июнь 323-сө йыл |
Үлем урыны: | Вавилон |
Ҡатыны: | 1-се: Роксана 2-се: Статира 3-сө: Парисат |
Балалары: | Геракл Александр |
Династия: | Аргеады |
Атаһы: | Филипп II |
Әсәһе: | Олимпиада |
Ябырға
Уның баҫып алыу сәйәсәте быуаттарға һуҙылған Грек колонизацияһының һәм Грек мәҙәниәтенең йоғонтоһо йыраҡ илдәрҙә көсәйеүенең, шулай уҡ Эллинистик дәүерҙең башланғысы булып тора. Искәндәр үҙе иһә тарихта һәм Грек һәм башҡа мәҙәниәт мифтарында йәшәй.