ЙХЛ 2018/2019 йылдар миҙгелендә
From Wikipedia, the free encyclopedia
ЙХЛ 2018/2019 йылдар миҙгелендә — Йәштәр хоккей лигаһы чемпионатының юбилейлы унынсы миҙгеле. Чемпионат 2018 йылдың 4 сентябрендә Мәскәүҙең «Красная Армия» һәм «Динамо» хоккей клубтары араһында уйын менән башлана һәм 2019 йылдың апрель айында Харламов кубогы өсөн плей-офф уйындарының финал серияһы менән тамамлана.
Башлана | 4 сентябрь 2018 |
---|---|
Тамамлана | 24 апрель 2019 |
Даими чемпионат | |
Уйындар һаны | 1024 |
Бомбардир | Антон Васильев (96) |
Иң мәргән уйынсы (голдар һаны) | Михаил Шалагин (48) |
Плей-офф | |
Харламов кубогын еңеүсе | «Локо» Ярославль |
Финалист | «Авто» Екатеринбург |
Серияла иҫәп | 4 : 3 |
Плей-офф MVP | Владимир Галкин |
ЙХЛ миҙгелдәре | |
←2017/18 | 2019/20→ |
Был миҙгелдә лә 33 команда ҡатнаша. «СКА-Серебряные Львы» урынына «СКА-Варяги» килә, ә «КРС Юниор» Риганан Харбинға күсә һәм «КРС Хэйлунцзян» тигән исем менән чемпионатта ҡатнаша. ЙХЛ Саҡырыу кубогы КХЛ йондоҙҙар аҙналығы сиктәрендә 2019 йылдың 12 ғинуарында Түбәнге Камала үтә. Һигеҙенсе тапҡыр был кубок өсөн уйында Көнбайыш конференцияһы еңеүҙе яулай.
Ошо миҙгелдән алып ЙХЛ чемпионатында бар еңеү өсөн ике мәрәй бирәләр, өҫтәмә ваҡытта йә буллитар серияһында еңелгәнгә бер мәрәй менән баһалайҙар, ә төп ваҡытта отолғандарға бер нимә лә бирелмәй. «СКА-1946» һәм «Мамонты Югры» хоккей клубтары даими миҙгелдә үҙ конференцияларында беренсе урындарҙы яулайҙар[1].
Харламов кубогы өсөн плей-офф финалында Ярославлдән «Локо» хоккей клубы Екатеринбургтан «Авто» командаһын серияла 4-3 иҫәбе менән ота һәм өсөнсө тапҡыр ЙХЛ чемпионы исемен яулай. «Авто» ҡапҡасыһы Владимир Галкин плей-офф уйындарының им ҡиммәтле уйынсыһы тип таныла.