Кариб диңгеҙе
From Wikipedia, the free encyclopedia
Кари́б диңгеҙе (ингл. Caribbean Sea, исп. Mar Caribe, гаит. креольск. Lamè Karaïb, франц. Mer des Caraïbes, нидерл. Caraïbische Zee, папьям. Laman Karibe) — Ситке диңгеҙ[1] ярым йомоҡ диңгеҙ[2] Атлантик океандың бассейны, көнсығыштан һәм көньяҡтан Үҙәк һәм Көньяҡ Америка менән, төньяҡтан һәм көнбайыштан — Ҙур Антиль утрауҙары һәм Кесе Антиль утрауҙары менән сикләшә. Төньяҡ-көнбайышта Юкатан ҡултығы аша Мексика ҡултығы менән тоташҡан, көньяҡ — көнбайышта Тымыҡ океан Панама каналы аша тоташа.
Кариб диңгеҙе | |
---|---|
Майҙаны | 2 754 000 км² |
Күләме | 6 860 тыс. км³ |
Иң ҙур тәрәнлек | 7686 м |
Уртаса тәрәнлек | 2500 м |
Кариб диңгеҙе Викимилектә |
Кариб диңгеҙе 9° һәм 22° һәм 89° һәм 60° яҫылыҡтары араһында ята. Яҡынса майҙаны 2 753 000 км²[3].
Көньяҡта Венесуэлның, Колумбияның һәм Панаманың, көнбайышта — Коста-Риканың, Никарагуа, Гондурас, Гватемалның, Белиз һәм мексика ярым утрауы Юкатан, төньяҡта — Кубаның, Гаитиҙың, Ямайканың һәм Пуэрто-Риконың; көнсығышта — Кесе Антиль утрауҙары дәүләттәренең ярҙарын йыуа.