Кирилл һәм Мефодий
православие һәм католик сиркәүенең изгеләре, ағалы-энеле миссионерҙар, боронғо славян әлифбаһы һәм сиркәү-славян телдәрен булдырыусылар, / From Wikipedia, the free encyclopedia
Кири́лл (схимаға тиклем Константин, ҡушаматы «Фәйләсуф»[2], 827—869, Рим) һәм Мефо́дий (815—885, Моравия) — православие һәм католик сиркәүенең изгеләре, Солуни ҡалаһынан (хәҙерге Салоники) ағалы-энеле миссионерҙар, боронғо славян әлифбаһы һәм сиркәү-славян телдәрен булдырыусылар, христианлыҡ таратыусылар.
Ҡыҫҡа факттар Статус канонизации, Праздник святого ...
Кирилл һәм Мефодий | |
Статус канонизации | святой[d] |
---|---|
Праздник святого | 5 июль, 14 февраль[1] һәм 14 февраль |
Ойошма ағзаһы | Седмочисленники[d] |
Кирилл һәм Мефодий Викимилектә |
Ябырға
Көнсығыш (Көнсығыш сиркәүҙәрҙә) һәм Көнбайышта изгеләр тип канонлаштырылған. Славян православиеһында изге тиң хоҡуҡлы тәғлимәт таратыусы равноапостольный «слове́н уҡытыусылары» булараҡ хөрмәткә лайыҡтар. Телгә алғанда ҡабул ителгәнсә: фәнни һәм фәнни-популяр текстарҙа — тәүҙә Кирилл, ә һуңынан Мефодий; сиркәү-көнкүреш ғибәҙәтендә — кире тәртиптә килгән (моғайын, Мефодий, ҡустыһына ҡарағанда, юғарыраҡ дәрәжәгә (сан) эйә булғанғалыр).