Кодар милли паркы
From Wikipedia, the free encyclopedia
Кодар милли паркы (рус. Национальный парк «Кодар») — Байкал аръяғы крайындағы милли парк.
Ҡыҫҡа факттар Кодар, Категория МСОП — II (Милли парк) ...
Кодар | |
---|---|
Категория МСОП — II (Милли парк) | |
Төп мәғлүмәт | |
Майҙаны | 491 709,9 га |
Нигеҙләнгән ваҡыты | 8 февраль 2018 йыл |
Урынлашыуы | |
56°50′ с. ш. 117°32′ в. д._type:landmark HGЯO | |
РФ субъекты | Байкал аръяғы крайы |
npkodar.ru | |
Кодар милли паркы Викимилектә |
Ябырға
2018 йылдың 8 февралендә Витим һәм Чара йылғалары бассейндарында тау-тайга урмандарының уникаль тәбиғи комплексын, шулай уҡ һирәк осрай торған хайуандарҙың йәшәү мөхитен һаҡлау маҡсатында ойошторола. Милли парк Байкал күленән төньяҡ-көнсығышҡа ҡарай яҡынса 500 км алыҫлыҡта ятҡан Кодар тауҙарында урынлашҡан. 491 709,9 гектар майҙанды биләй[1][2][3].
Кодар ике кластерҙан тора[4]:
- Төньяҡ кластер Кодар һырты буйлап, Витим ҡурсаулығының көнсығыш сиге буйлап үтә;
- Көньяҡ кластеры Чара йылғаһы үҙәненең һыу айырғысында урынлашҡан.