Ли Куан Ю
From Wikipedia, the free encyclopedia
Ли Куан Ю (16 сентябрь 1923 йыл — 23 март 2015 йыл) — XX быуаттың мәшһүр сәйәси эшмәкәре. 1959—1990 йылдарҙа Сингапур Республикаһы Хөкүмәтенең премьер-министры. «Сингапур мөғжизәһенең» авторы. Заманында Англия премьер-министры «тимер ханым» Маргарет Тэтчер уның һәр телмәрен өйрәнә. Дәүерҙең бөтә проблемаларын һәм уларҙы хәл итеү юлдарын асылында күрә белә торған эшмәкәргә һоҡланып: «Ул бер тапҡыр ҙа яңылышманы», — ти ул. Японияның элекке премьер-министры Киичи Миядзава Ли Куан Юҙы «бәләкәй генә утрауҙы бер яңғыҙы бөйөк дәүләткә әйләндергән кеше» тип атай.
Ли Куан Ю | ||||||||||
李光耀 | ||||||||||
| ||||||||||
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
12 август 2004 — 21 май 2011 | ||||||||||
Алдан килеүсе: | вазифа ойошторҙы | |||||||||
Дауамсы: | вазифа бөтөрҙө | |||||||||
| ||||||||||
28 ноябрь 1990 — 12 август 2004 | ||||||||||
Алдан килеүсе: | C. Раджаратнам | |||||||||
Дауамсы: | Го Чок Тонг | |||||||||
| ||||||||||
3 июнь 1959 — 28 ноябрь 1990 | ||||||||||
Алдан килеүсе: | вазифа ойошторҙы | |||||||||
Дауамсы: | Го Чок Тонг | |||||||||
Дине: | Агностицизм | |||||||||
Тыуған: | 16 сентябрь 1923({{padleft:1923|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:16|2|0}}) Сингапур | |||||||||
Үлгән: | 23 март 2015({{padleft:2015|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:23|2|0}}) (91 йәш) Сингапур | |||||||||
Ерләнгән: | Мандайский крематорий и колумбарий[d] | |||||||||
Атаһы: | Lee Chin Koon[d][1] | |||||||||
Әсәһе: | Chua Jim Neo[d][1] | |||||||||
Супруг: | Ква Геок Чу[d] | |||||||||
Балалары: | Ли Сяньлун[d][2][3] Ли Сянь Ян[d][3] Ли Вэй Линг[d][3] | |||||||||
Партия: | «Халҡының эшмәкәрлек» партияһы | |||||||||
Белеме: | Раффлз-колледж (хәҙерге Сингапур милли университеты Кембридж университеты | |||||||||
Наградалары: |
| |||||||||
Беҙҙең илгә әле Көнбайыш неолиберализмын көсләп тағыу бара. Әммә ул инглиз-саксон цивилизацияһы сығарған ҡиммәттәр булып тора һәм бөтә илдәр, барлыҡ халыҡтар өсөн яраҡлы түгел. Ул айырым халыҡтарҙың һәм төркөмдәрҙең мәнфәғәттәренә генә хеҙмәт итә. «Экономист» журналы мәғлүмәттәре күрһәтеүенсә, һуңғы 10 йылда донъяның яҡынса 100 иле үҙ ихтыяры менән йә ихтыярһыҙлап «демократик идара итеү» тип аталған идара ысулына күскән.
Ә Ли Куан Ю бер нисә тиҫтә йыл буйына үҙ юлы менән барыуға хоҡуғын раҫлауҙан бушамаған һәм мәрхүм булғансы шуны ҡыуған сәйәсмән була. Тик ундайҙар үтә һирәк осрай. Көнбайыш уның юлын инҡар итә. Юлының асылы — йәмғиәттең аныҡ тарихи шарттарын, милли, дини, мәҙәни үҙенсәлектәрен иҫәпкә алыу; иҡтисади алға китеште традицион әхләҡ һәм мәҙәни ҡиммәттәр менән яраштырыу; ерлекһеҙ теориялар урынына борондан килгән айыҡ аҡылды хуп күреү; идеологик концепциялар урынына илһөйәрлек, прагматизм һәм ижади ғәмәлдәр өҫтөнлөгө. Сингапурҙа, Гонконгта, Көньяҡ Кореяла, Ҡытайҙа, Тайваньда ошо ҡараш тормошҡа ашырыла. Һөҙөмтәләр — бөтәбеҙҙең күҙ алдында.