Логотип
территориаль берәмектәр, коммерция предприятиелары, ойошмалар һәм айырым кешеләр тарафынан танылыу өсөн файҙаланыла торған график билдә, / From Wikipedia, the free encyclopedia
Логотип (бор. грек. λόγος — һүҙ + τύπος — баҫма эҙ) — территориаль берәмектәр, коммерция предприятиелары, ойошмалар һәм айырым кешеләр тарафынан социумда билдәлелекте һәм танылыуҙы арттырыу өсөн файҙаланыла торған график билдә, эмблема йәки символ. Логотип үҙе танытҡан заттың атамаһын стилләштерелгән хәрефтәр һәм/йәки идеограммалар рәүешендә кәүҙәләндерә. Логотиптар тауар билдәһе сифатында киң ҡулланыла.