Маршалл Утрауҙары
From Wikipedia, the free encyclopedia
Маршалл Утрауҙары (марш. Ṃajeḷ[1]), рәсми рәүештә Маршалл Утрауҙары Республикаһы (марш. Aolepān Aorōkin Ṃajeḷ, ингл. Republic of the Marshall Islands) — Микронезиялағы Тымыҡ океан дәүләте, Америка Ҡушма Штаттары менән ассоциациялана. Көнбайышта һәм көньяҡ-көнбайышта Микронезия Федератив Штаттары, көньяҡта Кирибати һыуҙары, ҡалған өлөшөндә Тымыҡ океандың асыҡ диңгеҙе менән сиктәш. Яр буйы һыҙатының оҙонлоғо — 370,4 км. Маршалл Утрауҙары Республикаһы Маршалл утрауҙары архипелагының Ралик һәм Ратак сылбырынан торған 29 атолында һәм 5 утрауында урынлашҡан. Дөйөм ҡоро ер майҙаны — 181,3 км²; лагуналар менән ҡапланған майҙан — 11 673 км². Маршалл Утрауҙарында 2018 йылдың ноябренә ҡарата 57 045 кеше йәшәй[2]. Баш ҡалаһы — Маджуро.
| |||||
Девиз: «Jepilpilin ke ejukaan (Дөйөм тырышлыҡ менән ҡаҙаныш, маршал)» | |||||
Гимн: «Forever Marshall Islands» | |||||
Үҙаллылыҡ датаһы | 21 октябрь 1986 ( АҠШ менән ирекле ассоциация) | ||||
Рәсми телдәр | инглизсә һәм маршалл теле[d] | ||||
Баш ҡала | Маджуро | ||||
Эре ҡалалар | Маджуро | ||||
Идара итеү төрө | Республика | ||||
Президент
Вице-президент | Кристофер Лоик | ||||
Территория • Бөтәһе | 213 181 км² | ||||
Халыҡ • Һаны (2008) • Халыҡ тығыҙлығы | 56 429 чел. (205) 326 чел./км² | ||||
Валюта | |||||
Интернет-домен | .mh | ||||
Код ISO | MH | ||||
МОК коды | MHL | ||||
Телефон коды | +692 | ||||
Сәғәт бүлкәте | 12 |
Европалылар күргән беренсе утрау Бокак атолы, уны 1526 йылда испан диңгеҙҙә йөҙөүсеһе Алонсо де Саласар аса. Артабан Маршалл Утрауҙары сиратлап төрлө колониаль державалар территорияһына әүерелә: 1886 йылда — Германия, 1914 йылда — Япония (ул Беренсе донъя һуғышынан һуң да утрауҙар менән Милләттәр Лигаһы мандаты аҫтында идара итеүен дауам итә), 1947 йылда — Берләшкән Милләттәр Ойошмаһы ҡарамағындағы АҠШ етәкселегендәге территория составына индерелә. Дәүләт булараҡ Маршалл Утрауҙары 1983 йылда Берләшкән Милләттәр Ойошмаһының Тымыҡ океан утрауҙары биләмәһен бүлеү һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килә. 1986 йылдан утрауҙар АҠШ менән «ирекле бәйләнештә» тора. Маршалл Утрауҙары Берләшкән Милләттәр Ойошмаһы һәм Тымыҡ океан берләшмәһе ағзаһы булып тора[3].