Мидиялылар
боронғо халыҡ, ирандарҙан килеп сыҡҡан, тип иҫәпләнелә / From Wikipedia, the free encyclopedia
Мидиялылар[1] (фарс. <nowiki>грек. Μηδία [боронғо фарсы|иҫке фарсы]] Māda, ассирий теле һәм вавилонса Mādāya; әzerice: Midiya; Farsça: مادها — Mādhā, ҡайһы берҙә: мәтәйҙәр), — боронғо халыҡ, ирандарҙан килеп сыҡҡан, тип иҫәпләнелә, хәҙерге Ирандың төньяҡ-көнбайышында һәм Төркиәнең көньяҡ-көнсығышында ятҡан Мидия өлкәһендә йәшәгән. Улар һөйләшкән тел көнбайыш-иран телдәре төркөмөнә ҡарай.
Мидиялылар | |
Нигеҙләү датаһы | б. э. т. 678 |
---|---|
Әһәмиәтле кеше | Дейок[d] |
Дәүләт | Мидия |
Административ үҙәк | Экбатана[d] |
Ҡулланылған тел | мидия теле[d] |
Мидиялылар Викимилектә |
Уларҙың төбәккә килеүен б. э. т. 2-се мең йыллыҡ аҙағында — б. э. т. 1-се мең йыллыҡ башында иран арийҙары ҡәбиләләре миграцияһының беренсе тулҡыны менән бәйләйҙәр. Был осор төп төбәк державалары — Ассирия, Элам һәм Вавилонияның тарҡалыуы менән тап килә. Б. э. т. X һәм б. э. т. VII быуат аҙағы араһында мидиялылар һәм фарсылар төньяҡ Месопотамияла урынлашҡан Яңы Ассирия батшалығының ҡул аҫтында була. Ассирия батшаһы Син-шар-ишкундың (б. э. т. 633 й. — б. э. т. 612 й.) хакимлығы йомшара башлай һәм мидиялылар яһаҡ түләүҙе туҡтата. мидиялылар, фарсылар һәм башҡа халыҡтар менән берләшеп, б. э. т. 612 йылда Ниневияны баҫып ала, был Яңы Ассирия батшалығының б. э. т. 605 йылда таҡалыуына килтерә. Һөҙөмтәлә баш ҡалаһы Экбатана булған Мидия батшалығы барлыҡҡа килә, ул Вавилония, Лидия һәм Мысыр менән бер рәттән Боронғо Яҡын Көнсығыштың төп сәйәси үҙәктәренең береһенә әйләнә.
Экбатананан башҡа мидиялыларҙың Лаодикея, Рага һәм Апамея[en] тигән эре ҡалалары була. Геродот «Тарихына» Геродотярашлы, мидиялылар 6 ҡәбиләгә бүленә — бустар, паретакендар, струхаттар, аризанттары, будиҙар һәм магтар[2]. Б. э. т. 553 йылда Мидияны Бөйөк Кир яулап ала.