Монголдар
From Wikipedia, the free encyclopedia
Монго́лдар (монг. монголчууд) — монгол телдәрендә һөйләшеүсе һәм күп быуатлы уртаҡ тарих, мәҙәниәт, ғөрөф-ғәҙәттәр менән тығыҙ бәйле ҡәрҙәш халыҡтар төркөмө. ҠХР-ҙа, Монголияла һәм Рәсәй Федерацияһы төбәктәрендә — Бүрәт Республикаһында, Ҡалмыҡстанда, Иркутск өлкәһендә, Байкал аръяғы крайында йәшәйҙәр[4].
Монголдар һәм Монгол халыҡтары мәҡәләләрен берләштерергә! |
| |||||||||||
Үҙ атамаһы |
монголчууд | ||||||||||
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
Һаны һәм йәшәгән урыны | |||||||||||
Барлығы: 10 миллиондан ашыу
Малайзия: 1 500 | |||||||||||
Тел | |||||||||||
Дин |
башлыса тибет буддизмы, шаманизм, аҙыраҡ ислам (дунсандар, моголдар). |
10 миллиондан ашыу кеше үҙен монгол тип һанай. Шуларҙың 3 миллионы — Монголияла, 4 миллионы — Эске Монголияла, 3 миллионға тиклем — Ҡытайҙың Ляонине, Ганьсу һ. б. провинцияларында, Синьцзян-Уйғыр автономиялы районыда йәшәй.
Монгол халыҡтары составына тел билдәләре буйынса түбәндәге этник төркөмдәр инә: халха-монголдары, тарбаргуты, бүрәттәр, таройраты(ҡалмыҡтар), көньяҡ монголдар (чахарҙар, хорчиндар, харачиндар, арухорчиндар, тумэттар, джалайттар, авгалар, авганарҙар, баариндар, чипчиндар, му-мянгаттар, наймандар, аохандар, оннюттар, дурбэн-хухэттар, ураттар, горлостар, ордосцтар, хонгираттар, джаруттар, узумчиндар, хэшигтендар, хучиттар), шулай уҡ монгорҙар (ту), даурҙар, дунсяндар, баоаньдар. Согво-аригиҙар тибет телендә һөйләшә. Афғанстандағы моғулдар һәм хазарҙар ҙа монгол сығышлы, әммә бер нисә быуат иран телле мосолман булып йөрөйҙәр.